Заманы шулай булғанмы: еңелерәк тормош эҙләп, 1939 йылда Хәбибә һәм Кәлимулла Йомағоловтар ғаиләһе Ғафури районынан Мәләүез районы Ҡотлобулат ауылына күсеп төпләнә. Әминәнең беренсе класҡа уҡырға барған сағы була. Ике йылдан һуң Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ғаилә башлығы һуғышҡа китә. Береһенән-береһе бәләкәй алты бала менән әсәһенә донъя көтөп, балалар өсөн яуаплы булып ҡала. “Серек картуфын да ашаныҡ, кесерткәндән һурпа ла бешерҙек”, - ил менән күргән аслыҡ-яланғаслыҡ, кейергә кейем булмаған йылдарҙы тетрәнеп иҫләгән ветеран. Уңыш йыйып алынғандан һуң, колхоз рәйесе, бригадир күҙенә эләкмәһәк ярар ине тип, яланда ҡалған ашлыҡты йыйырға йөрөйҙәр. Ҡылсығы менән йыйылған ике биҙрә ашлыҡ йыйып ҡайтып килгәндә, милиция алты бала әсәһен ҡулға ала. Был ни ғиллә, тип күрше ҡыҙы менән аңламай ҙа ҡала Әминә. Әсәйҙәрен ултыртып ҡуйғас, үҫмер генә булып ҡалған ағаһының ҡарары буйынса, үҙҙәре йәшәгән өйҙө һаталар. “Һыйырҙан ҡалмағыҙ, һәүкәштән ҡалһағыҙ, балаларҙы асҡа үлтерерһең”, - тип хат яҙа атаһы. Бәхеткә күрә, хөкөм ҡарарын сығарған кеше ауылда бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәшенең ҡыҙы булып сыға. Аҡыллы судья ас ултырған балалар хаҡына алты бала әсәһен ҡотҡара. Һыйлы көнөң – һыйырҙа, тип бушҡа әйтмәйҙәр, шул: һәүкәшле булғас, өйҙәш инеүҙәрен күпһенмәй ауылдаштары.
1946 йылдан атаһы яуҙан ҡайтҡас, берәүҙәрҙең иҫке генә өйөн һатып алып йәшәй башлайҙар. Әминә Смаҡ мәктәбендә уҡыуын дауам итә. “Аҙнаһына бер икмәк алып китәм. Уныһы ла үҙемә эләкмәй, мәктәптә булғанда фатир хужабикәһе ашап тора”, – ти Әминә Кәлимулла ҡыҙы. Аслыҡтан хәле бөтөп, ныҡ сирләп ҡайтҡан ҡыҙ 7-се кластың яртыһын тамамлай ҙа уҡырға ҡабат бармай: хәле лә булмай. Белем буйынса класташтарын ҡыуып етә алмаҫын аңлаған ҡыҙ ғәрләнеп, уҡыуын ташлай. Һуғыштан һуңғы ауыр, эшләрлек кеше аҙ заманда, 16 йәшлек үҫмер балаларҙы Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылы яғына сплавҡа ҡыуалар. “Биш-алты ай һыу кисеп йөрөп, аяҡтар шешенгәс, бер нисә ҡыҙ менән ҡасып ҡайттыҡ. Ҡояш йылыһында аяҡтарҙы йылытып, саҡ терелеп киттек. Беҙ күргәнде балаларға күрергә яҙмаһын. Колхозда сөгөлдөр утаған, сплавта эшләгән йылдар төшкә инһә, ҡот осоп китә. Кейәм тиһәң – кейеме, ашайым тиһәң – табын тулы ризыҡ. Балаларын үҫтереп, иркенлектә йәшәһен – йәштәргә бар теләгем шул”, - тип шөкөр итә хаҡлы ялдағы тыл ветераны. Халыҡтың тырышлығы бушҡа китмәй: көткән көткән Еңеү көнө килеп етә. Был көн ил халҡы күңелендә мәңге онотолмаҫ булып уйылып ҡала.
Яҡташы, Тәлғәт Абдуллин менән кешеләрҙе көнләштерерлек итеп ғаилә ҡоралар. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла тормош ауыр булһа ла, эштән ҡурҡып тормай ауыл кешеһе. “Бишектәге һигеҙ айлыҡ баланы ҡалдырып, гектарға яҡын баҫыуҙа сөгөлдөр утарға йөрөнөм. Өҫтәүенә ирем имгәнеп, ете айҙан ғына аяҡҡа баҫты, ҡултыҡ таяғы менән өйгә алып ҡайттылар”, - ти Әминә Кәлимулла ҡыҙы. Ун йыл сауҙа өлкәһендә лә һатыу итә. Ғаилә башлығының йыл ярым эшләй алмай ултырғанында, үҙе лә миктәп китә.
Алты балаға ғүмер бирә Абдуллиндар, ҡыҙғанысҡа, берәүһе – 8 айлыҡ сағында, икенсеһе 10-сы класта уҡығанда аварияға осрап үлеп ҡуйған. Ваҡыт йән яраларын бер аҙ юйған: сабыр итеп, тормош ауырлығын күтәреп йәшәргә өйрәнгән инәй.
Бөгөн ветеран ил башлығының, урындағы етәкселектең хөрмәтен, балаларының иғтибарын, наҙын тойоп, тыныс-имен тормошҡа ҡыуанып йәшәй. Әле ул ҡыҙы Вәсилә менән Юлай кейәүе тәрбиәһендә. 11 ейән-ейәнсәре, 16 бүләһе үҙҙәренең ҡыуаныс-уңыштары менән ҡыуандырып тора. “Көнгәк” гәзитен уҡып, ил, донъя яңылыҡтары менән танышып барған инәй илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын, яугирҙәрҙең имен-аман ғаиләләренә ҡайтыуын теләй.