Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Июль , 10:00

«Гамлет»тың һиҙемләүе көслө

Был ҡушамат студент ваҡытында уҡ бирелгән.

«Гамлет»тың һиҙемләүе көслө
«Гамлет»тың һиҙемләүе көслө

Ялға ҡайтҡан яугирҙәр «Йөрәк ҡушыуы буйынса» хәрәкәте ирекмәндәре янына гуманитар ярҙам алырға ла, рәхмәт әйтергә лә килә. Тыныс тормошта «Башинформсвязь» ойошмаһында участка начальнигы булып эшләгән, рэп хеҙмәте капитаны «Гамлет»ты ла шул ваҡытта тап иттек. «Тиҙ арала кабель кәрәккәйне, Луганск, Донецк Халыҡ Республикаһы яғына үҙ машинаһында ярҙам ташыған ирекмән яҡташыбыҙ Гөлнара Леонтьева килтереп бирҙе», - ти бер юлы танышырға, рәхмәтен белдерергә  килгән «Гамлет».

Аҡ халатлылар  ғаиләһендә тыуып үҫкән яҡташыбыҙҙың шәжәрә тамырҙары Ейәнсура, Баймаҡ яғына барып тоташа. Хаҡлы ялда булһа ла, 74 йәшлек әсәһе Алһыу Мохтар ҡыҙы әле лә врач-реаниматолог булып эшләүен дауам итә. Атаһы хәрби  врач  Дамир Ҡотлобулат улын шинель формаһында күреп үҫкәнгә, бәләкәйҙән уның кеүек офицер булырға хыялланған ул. Эске һиҙемләүе көслө булып, яу еле үҙен урап үтмәҫен йәштән һиҙгән, шуның өсөн йәштән спорт менән шөғөлләнгән,  физик, рухи яҡтан үҙен сыныҡтырған, дин юлына баҫҡан, тормошҡа фәлсәфәүи күҙлектән ҡарарға өйрәнгән.

2003 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлаған егет Һамар ҡалаһында икенсе юғары белем алған, шул арала  Ырымбур өлкәһе Тоцк ҡалаһында ил алдындағы бурысын үтәп өлгөргән.  «2022 йылда сентябрҙә махсус хәрби операцияға саҡырыу ҡағыҙы тотторҙолар. Ғаиләм аңлап ҡабул итте», - ти «Гамлет». Психик яҡтан ниндәй тотороҡло булған хәлдә лә балаларыңдын атаһын яуға ебәреү еңел бирелмәй Ләйсән Әнисә ҡыҙына.  Әйткәндәй, ул да дауаханала эшләгән, әле декрет ялында.

Штурмлаусылар полкының алғы һыҙығында радио-электрон көрәш ротаһы командиры оҫталығына яугирҙәрҙең именлеге бәйле. «Ҡаршы көстөң электрон тулҡын йышлығын айырабыҙ, уларҙы фильтрлайбыҙ, дошмандың аралашыу бәйләнешен һүндерәбеҙ. Беҙҙең ил техника яғынан көслө, әммә беҙгә тиҫтәләгән илдең ҡара көсө яуға күтәрелгәнен оноторға ярамай», - ти «Гамлет». Рәсәй ғәскәрендә лә Корея, Куба, Аргентина яугирҙәре һуғыша. Илгә ҡайтҡас депортацияға эләкмәһен өсөн үзбәк милләтле полкташына гражданлыҡ алырға ярҙам иткән.

Дошман артҡа сигенгәндә үҙе менән урындағы халыҡты ла алып киткән. Яугирҙәр ундағы хәлде  тыныс ҡына һөйләһә лә, уларҙың кисерешен һиҙгән нескә күңелле кешеләр үҙ йөрәге аша үткәрә. Өйҙәрен ташлап китергә теләмәгәндәрҙе балалары менән менән ҡуша атып киткәндәрен ишеткәс тамаҡтағы  төйөр  күҙ йәшен йырып ебәрә. «Ғаилә төшөнсәһен, беҙҙеңсә йәшәү принцибын емергән сит ил сәйәсәте беҙҙең халыҡҡа кире күренеш. Махсус хәрби операцияла территориаль биләмә өсөн барған көрәш кенә түгел,  идеология өсөн көрәш тә. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә нығыраҡ баҫым яһарға кәрәк», - ти яугир. Яугир үҙенең ҡыҙы уҡыған Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһына уҡыусылар менән осрашыуҙарға йөрөгән.

Кременная, Авдеевка, Вишневое, Украинка, Богдановка һәм башҡа тораҡ пункттарҙы азат итеүҙә ҡатнашҡан «Гамлет» Шайморатов, «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградланған. Ҡаһарман яҡташыбыҙ «Башҡортостан геройҙары» программаһында ла ҡатнаша.

Махсус хәрби операцияла йөрөгән һәр ир-егет - беҙҙең өсөн герой. Башҡорт халҡына хас тыйнаҡ «Гамлет» менән һөйләшкән арала ла редакцияға, «Йөрәк ҡушыуы буйынса» иремәндәр ойошмаһына  йөрөгән апайҙар килеп, яугирҙе ҡосаҡлап, изге теләктәрен еткереүе нәҡ шул хаҡта һөйләй.

«Гамлет»тың һиҙемләүе көслө
«Гамлет»тың һиҙемләүе көслө
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас