Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
15 Октябрь , 16:00

Их, тәмле үлән сәйҙәре!

"Башҡорт сәйе" Башҡортостандың шифалы үләндәренән һәм емеш-еләгенән әҙерләнә. Башҡортостанда тыуып үҫкән Татьяна Мурясова күптән инде тыуған төйәгенең бай тәбиғәте тураһында донъяға һөйләргә һәләтле уникаль продукт булдырырға хыялланған.

Их, тәмле үлән сәйҙәре!
Их, тәмле үлән сәйҙәре!

Тыуған ерҙәренә сәйәхәт иткәндән һуң илһам ала, унда ул урындағы дарыу һәм хуш еҫле үләндәрҙең байлығын күрә. Сәй әҙерләүҙең традицион рецептарын өйрәнеп, баҙарҙы анализлағандан һуң, Татьяна уникаль продукт етештереүҙе башларға ҡарар итә.

“Сәйҙең файҙалы үҙенсәлектәренә күптән ҡыҙыҡһындым. Болануттан (кипрей, иван-чай) сәй яһарға яраттым. Хәҙер мин сәй яһау өсөн бөтөнләй ҡырағай үҫемлектәр йыйып, һуңынан уның менән ныҡлап танышып файҙалы үҙенсәлектәрен өйрәнәм”, - ти Татьяна.

Болануттан (иван-чай, кипрей) сәй яһау һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында айырыуса ныҡ танылыу алды. Боланутта һаулыҡ өсөн мөһим витаминдар, аминокислоталар күп. Был сәй кешене тынысландыра, арыуҙы баҫа, мейе эшмәкәрлеген яйға һала, хәтерҙе яҡшырта, иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын төшөрә, һәр төрлө инфекцияларға ҡаршы тора.

Бренд булдырыу һәм продукция концепцияһы

Эшҡыуар Башҡортостан урмандарында һәм баҫыуҙарында  йыйылған тәбиғи ингредиенттарҙан ғына әҙерләнгән экологик таҙа эсемлек етештереү концепцияһын һайлай. Татьяна Мурясованың төп ассортименты үләндәрҙән, ҡыуаҡлыҡтарҙан һәм боланут, бөтнөк (мята), мелисса, ер еләге, ҡарағанат, әлморон һәм башҡа еләктәрҙән торған сәйҙәр тәшкил итә, баҡса үҫемлектәре менән тулыландырыла.

“Еләк, груша, алмалар үҙемдең ишек алдында бар, хатта әлморондо ла  үҫтерәм. Махсус ҡоролмалар ҡулланмай, тәбиғи юл менән киптерәм. Әйткәндәй, боланутты йыуырға, ғөмүмән, һыуға тигеҙергә ярамай. Сәй яһау өсөн иң файҙалы өлөшө – өҫкө япраҡтары. Бәғзе берәүҙәр тәм һәм төҫ өсөн бер аҙ сәскәһенең таждарын да ҡуша ”, - ти эшҡыуар.

Боланут үҙенсәлекле тәм менән айырылып тора. Эсемлек ҡара сәйгә оҡшаған, әммә С витамины күп булғанлыҡтан, үлән һәм еңелсә әсе еҫле.

Бынан тыш, бер үк урында һәм бер үк ваҡытта йыйылған, әммә төрлөсә эшкәртелгән боланут сәйенең төрлө тәме булыуы мөмкин тигән фекер бар. Экологик таҙа урындарҙа йыйылған үләндәр, плантацияларҙа үҫтерелгән ғәҙәти сәйҙән айырмалы, сөнки улар химик ашламалар менән эшкәртелмәй.

Тауарҙы баҙарҙа танытыу

Ozon яңы витринаһы эшләй башланы - “Башҡортостан Республикаһында эшләнгән”. Хәҙер төбәктә тауар етештереүсе урындағы эшҡыуарҙар уларҙы өҫтәмә реклама өсөн махсус бүлеккә урынлаштыра аласаҡ.

Был витрина урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн асылған ун беренсе төбәк витринаһы булды. Беренсе этапта витринала Башҡортостандан 50-нән ашыу етештереүсе бренд тауарҙары тәҡдим ителә ине. Хәҙер 5 меңдән ашыу тауарҙар был витрина эсендә, бөтәһе республиканан 28 мең һатыусы теркәлгән. Артабан исемлек киңәйтеләсәк - программаға инеү өсөн эшҡыуарлыҡ һәм туризм Министрлығы аша ғариза бирергә кәрәк.

“Башҡорт сәйе” лә башта бәләкәй фермер баҙарҙары һәм урындағы сәләмәт туҡланыу магазиндары аша ғына һатыла. Сеймалдың юғары сифаты һәм уникаль рецепт формулаһы арҡаһында эсемлек тиҙ арала республика халҡы һәм туристар араһында популярлыҡ яулай.

Маркетплейстарға сығыу ҡарары бизнесты масштаблау, һатыуҙы арттырыу, ҙур аудиторияға инеү теләге менән бәйле була. Маркетплейстар әҙер инфраструктура бирә, үҙ сайтын асыу, уны алға ебәреү һәм техник мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ваҡыт юҡҡа китмәй.

“Платформалар логистиканы, түләүҙәрҙе ҡабул итеүҙе һәм өлөшләтә клиенттарға ярҙам итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Маркетплейстарҙа эшләү ауыр булыуы мөмкин, сөнки ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар бар. Улар араһында: юғары комиссиялар. Платформалар тауар хаҡының 25 процентын ала (категорияға бәйле). Бында бик ҡаты конкуренция, күп һатыусылар. Шулай уҡ майҙансыҡ ҡағиҙәләренә бәйле булаһың. Маркетплейстар бер яҡлы рәүештә тарифтарҙы үҙгәртә, заказдарҙы юҡҡа сығарған йәки ебәреүҙе яйлатҡан өсөн штраф һала”, - тип әйтә кире яҡтары тураһында Татьяна Мурясова.

Проектты үҫтереү һөҙөмтәләре

Бөгөн эшҡыуарҙың продукцияһы Башҡортостан Республикаһынан ситтә лә поппуляр. Уның компанияһы традицион халыҡ мәҙәниәтен яҡлаусы һәм бер үк ваҡытта заманса маркетинг индереүсе бәләкәй эшҡыуарлыҡтың уңышлы миҫалы.

“Бәлки, киләсәктә “Башҡорт сәйен” әҙерләү технологияларын үҫтерермен, мәҫәлән, япраҡтарҙы грануллауҙың заманса ысулдарын ҡулланырмын. Етештереү күләмен арттырырға һәм яңы баҙарҙарға сығырға ниәт бар”, - ти Татьяна Мурясова.

Башҡортостан халҡы өсөн сәй ҡунаҡсыллыҡ һәм ҡунаҡтарға хөрмәт символы булып тора. Бер сыянаҡ хуш еҫле сәй биреү әңгәмәсегә ҡунаҡсыллыҡ һәм иғтибар күрһәтеү тип һанала.

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, республикала эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы мөхит булдырыу - төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, эшҡыуарҙар башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә беҙҙең Төбәк инжиниринг үҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтә. Уны алыу өсөн 18 октябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Был сертификат нимә бирә? Иң элек продукцияның юғары сифатын һәм уның экологик яҡтан таҙа булыуын раҫлай. Был Башҡортостанда һәм башҡа төбәктәрҙәге ҡулланыусылар өсөн дә, тышҡы баҙарға сығыу өсөн дә мөһим. Беҙҙең партнерҙар араһында ситтән продукция индереү өсөн хәләл сертификаты төп шарт булған илдәр бар», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ҡара ҡарағат

Ҡарағат япрағы ла бик файҙалы. Уны белгестәр “тәбиғәт бүләк иткән дауа сығанағы” тип йөрөтә. Бигерәк тә ҡыуаҡлыҡ сәскә атҡанда унда С витамины күп туплана. Япрағын тап шул ваҡытта йыйып ҡалырға мөмкин. Өлгөрә алмағанда, июнь айында ла ярай. Бының өсөн ҡоро көндә, иртән ысыҡ кипкәс, сәләмәт япраҡтарҙы өҙөргә кәрәк.

Ҡарағаттағы органик ҡушылмалар ҡандың ойоу процесын көйләй, ҡан тамырҙарын нығыта, ялҡынһыныуҙан һаҡлай. Ҡарағат япрағы сәйе гипертония, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан файҙалы, яман шеште иҫкәртә, ҡандағы шәкәр кимәлен көйләй, күреүҙе яҡшырта, организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға ярҙам итә. Ул һалҡын тейгәндә бик файҙалы, йүтәл, бронхит, грипп, ангинаны дауалауға булышлыҡ итә.

Япраҡтың яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә файҙаланырға була. Уға ҡурай еләге, сейә япраҡтары, ҡара йәки йәшел сәй ҡушып та әҙерләй алаһығыҙ. Япраҡты сәй кеүек бешерәләр – сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу ҡоялар һәм 15 – 20 минут төнәтәләр.

Йүкә сәскәһе

Йүкә сәскәһе составында эфир майы, гесперидин һәм тилицианин гликозидтары, сапониндар, каротин, аскорбин кислотаһы, фарнезол һәм башҡалар бар. Уның файҙаһы баһалап бөткөһөҙ, бигерәк тә әлеге осорҙа - төрлө киҙеү һәр кемде һағалап торған ваҡытта ул бик кәрәк. Йүкә сәскәһе тән температураһын төшөрөүгә, йүтәлде бөтөрөүгә булышлыҡ итә, иммунитетты күтәрә, ҡан баҫымын төшөрә, ҡандағы шәкәр күләмен кәметергә ярҙам итә. Бынан тыш, был тәбиғәт байлығы невроз ваҡытында тынысландыра, бөйөрҙән таштарҙы сығара, тын юлдарын таҙалай, ауыҙ ҡыуышлығы боҙолғанда тиҙерәк йүнәлеүгә булышлыҡ итә.

Йүкә сәскәһен ҡәҙимге сәй кеүек төнәтеп, йылы килеш эсергә. Көндәлек норма – 2-3 сынаяҡ.

Әйткәндәй, йүкәнең дә бер ҡулланырға ярамаған осрағы асыҡланған. Сәскәһенән бешерелгән сәйҙе даими эскәндә ҡапыл күҙҙәрҙең күреү һәләте түбәнәйергә мөмкин. Сәйҙе көн һайын түгел, ә йыш һәм оҙайлы ваҡыт эсеү тураһында һүҙ бара. Бигерәк тә йүкә сәскәһенең сәйен йыл дауамында эсергә ярамай.

 

 

 

 

Автор: Гульназ Салаватова
Читайте нас