Был пар алтмыш йыл буйы берен икенсеһе алмаштырып килгән миҙгелдәрҙе: йәмле яҙҙы һәм йәйҙе, мул уңышлы көҙҙө һәм ҡарлы-буранлы ҡышты бергә ҡаршы алып оҙатҡан.
Тәбиғәттең бөрөгә тулышҡан, сәскәгә күмелгән, япраҡ ҡойған, бурап-бурап яуған ҡарға күмелгән мәлдәре булған кеүек, тормоштарында төрлө саҡтар булған. Шулай ҙа, улар бәхетле, ҡыуаныслы мәлдәрен дә, яҙмыш тарафынан бер-бер артлы ебәрелгән ауыр һынауҙарын да күркәм сабырлыҡ менән үткәреп ебәрә белгән.
Был мәҡәләбеҙ Мәләүездә тыуып-үҫеп, тормош ҡороп, бөтә ғүмерен ошо төбәккә бәйләп, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте, матур эше менән район үҫешенә үҙ өлөштәрен индергән Муллағол ауылының һоҡланғыс кешеләре, өлкән йәштәге яҡташтарыбыҙ Миңнурый һәм Рәжәп Абдрафиҡовтар хаҡында булыр.
Эш өҫтөндә үткән йылдар
1939 йылда Муллағол ауылында донъяға килгән ғаилә башлығы Рәжәп Ғәлимйән улының бөтә ғүмере тыуған ауылына бәйле. Ул армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, хеҙмәт юлын колхозда башлап, төҙөүсе лә була, ҡырҙа колхоз малын да көтә, ат та ҡарай. Ҡыҫҡаһы, ир-егеттең ҡулынан килерлек бөтә эште башҡара. Өйләнеп, бер аҙ ата-әсәһе янында төп йортта йәшәгәндән һуң, ҙур, иркен йорт һалып, ғаиләһе менән башҡа сыға. Районда алдынғылар рәтендә булған «Ағиҙел» колхозының тырыш эшселәренең береһе була. 1947 йылғы Миңнурый Кәрәмәтулла ҡыҙы сығышы менән Аптраҡ ауылынан. Һигеҙ балалы ишле ғаиләлә тыуған ҡыҙ Күгәрсен районының Йомағужа ауылына йөрөп уҡып, ул заманда ун бер класс белем алыуға өлгәшә.
- Беҙҙең быуын гел эш өҫтөндә булды, эшләмәгәнебеҙ ҡалманы. Бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырғанды хәтерләмәйем. Атайым бригадир ине. Ҡыҙ бала булһам да, икенсе класта уҡығанда ат башын тотторҙолар. Малайҙар менән ярышып, улар менән бергә аттарҙы һыу индерә торғайным. Бөгөн шуларҙы уйлайым да, шаҡ ҡатып китәм. Үҫмер генә балаларға фермала һыйыр бүлеп бирәләр ине. Уҡытыусыға эйәреп барып, һауынсыларға ярҙамлашып йөрөнөк. Яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге кешеләрҙең өйҙәренә барып та ярҙам иттек. Баҫыуҙа сөгөлдөр, кукуруз, көнбағыш, утаныҡ, Томансы яғында таш йыйҙыҡ, - ти инәй бала сағын, үҫмер йылдарын хәтерләп.
Ул ғаиләлә иң өлкән бала була. Әсәһе сирләп, ҡырҡ өс йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә.
- Уны Бөйөк Ватан һуғышы башланып, ир-егеттәр яуға киткәс, тракторға ултырталар. Техникаһы боҙолғас, уның ниндәйҙер запчасен ремонтлатырға Йомағужа алып барған саҡта яҙғы ташҡында йылғаны кисеп сыға. Шунда ла һалҡын алдырған булғандыр. Атайым һуғыштан ҡайтҡас, әсәйемде башҡаса эшкә сығармай. Үҙенең ауырыуын белгәнгәлер, туғандарымды тәрбиәләүемде уйлап, мине тиҙерәк тормошло иткеһе килде, - тип хәтерләне Миңнурый инәй.
Тормош йөгөн парлап тартыу еңелерәк
Миңнурый Кәрәмәтулла ҡыҙы 1965 йылда, ун һигеҙ йәшендә, Рәжәп Ғәлимйән улына тормошҡа сыға. Муллағолға килен булып төшкәс, башта мәктәптә буфетта, һуңынан йыйыштырыусы булып эшләй, нефть базаһында кастелянша була. Бер юлы колхоз эшен дә алып бара - баҫыуҙа сөгөлдөр утай, ырҙын табағында эшләй, ҡаҙ ҡарай.
- Беҙҙең «Ағиҙел» (башта «Ворошилов» исемен йөрөттө) колхозы председателе Абдулхаҡ Хәким улы Кәлимуллин ине. Тырыш кешеләрҙең хеҙмәте юҡҡа сыҡманы - колхозыбыҙ башҡаларға өлгө булырлыҡ алдынғы хужалыҡ булды. Ҡул көсө яйлап техникаға күсеп бөттө, - тип иҫкә ала өлкәндәр.
Һынауһыҙ түгелдер был донъя...
Абдрафиҡовтар өс ҡыҙға ғүмер бирә. Тормош тигәнең гел ҡыуаныслы мәлдәрҙән генә тормай шул: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға бала ҡайғылары ла күрергә тура килә. Бер ҡыҙҙары ҡырҡ ике, икенсеһе утыҙ туғыҙ ғына йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Яҙмыш һынауын кисергән олатай менән өләсәй иңенә ейәндәрен тәрбиәләү, хәстәрләү бурысы ла өҫтәлә. Булдыҡлы пар үҙ тырышлығы менән ейәненә хатта өй ҙә һалып бирә. Үҙ бәхеттәрен парлап булдырғандай, өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙы ла берҙәмлек менән күтәрә улар.
Бөгөнгө көн үтә лә ҡәҙерле
Башта туғандарын үҫтереп, ҡайны-ҡәйнәһен тәрбиәләп, ейәндәренә ярҙамлашып, төрлө ауырлыҡтар күреп йәшәһә лә, өлкән йәштәге яҡташтарыбыҙ тормоштарынан риза. Байлыҡ эҙләп ҡайҙалыр сығып китмәгәненә лә үкенмәйҙәр. Ғүмерен тыуған төйәге менән бәйләгән пар уның үҫешендә үҙ өлөшө булыуы менән бәхетле.
Автор фотоһы.