Иң артта 1812 йылдағы Ватан һуғышында «Төньяҡ амурҙары» исемен алған башҡорт яугиры, уртала Бөйөк Ватан һуғышы, иң алда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр һындары ҡойолған. Һәйкәлдең авторы Нияз Сибәғәтуллин. Ул үҙ эшен ватанды һаҡлаусылар быуындары бәйләнешенә арнаған. Скульптура Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге урам башында яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡындағы хәтерҙе мәңгеләштерә.