Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
10 Ғинуар 2025, 04:00

Ватан. Изге бурыс. Тоғролоҡ.

Әсә кеше ҡарынындағы балаһының малай буласағын алдан белә.

Ватан. Изге бурыс. Тоғролоҡ.Ватан. Изге бурыс. Тоғролоҡ.
Ватан. Изге бурыс. Тоғролоҡ.

Әсә кеше ҡарынындағы балаһының малай буласағын алдан белә. Сашаның бәләкәй сағында төшкән фотоларын ҡарағанда, Зөлфиә Талибйән ҡыҙы Сычкова (Бесова) менән һөйләшеүебеҙ уның йыраҡта ҡалған йылдарына барып бәйләнде. «Бер ниндәй тикшереү үтмәһәм дә, көткән сабыйымдың ир бала икәнен алдан уҡ тоя инем. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, уның киләсәктә хәрби кеше буласағын да белдем», - ти ул.

Эске тойомлауы дөрөҫкә сыға йәш әсәнең. Ваҡыты еткәс, 1999 йылдың 23 апрелендә донъяға Александр исемле малай ауаз һала...

Кешелекле һәм кеселекле, ярҙамсыл малай һәр ваҡыт ҡыйырһытылғандарҙы яҡларға, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булып үҫә. Йәнлек-хайуандарҙы яратҡан малай, ата-әсәһенән үҙенә эт алып биреүҙәрен һорап аптыратып бөтә, урамдағы ташландыҡтарҙы алып ҡайтып, шуларҙы дауалап мәж килә. Шәхси альбомында ла уның эттәр менән төшкән байтаҡ фотолары һаҡлана.  

Ҡаланың 1-се гимназияһында белем алған үҫмер, артабан уҡырға инә. Александр бәләкәйҙән үк үҙенең киләсәктә кем булырын аныҡ белгәндер, моғайын.

Атаһы Чечнялағы беренсе хәрби бәрелеште үткән, олатаһы янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәтендә хеҙмәт иткән кешеләрҙе күреп үҫкән егет үҙен дә киләсәктә азатлыҡ, именлек өсөн көрәшеүсе, башҡаларҙың ғүмерен ҡотҡарыусы итеп күргәндер...

Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 2-се һанында баҫылды.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас