Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Декабрь 2016, 11:50

5000 мең тонна аммиак селитраһы!

“Мәләүез минераль ашламалары” йәмғиәте республиканың көньяғында Советтар Союзы ваҡытында тупраҡты химизациялау программаһын тормошҡа ашырыуҙа иң отошло предприятиеларҙың береһе була. 1975 йылда бында беренсе продукция алына. Күләмле завод тиҙ арала үҫешә, етештереүсәнлек арта, яңы цехтар барлыҡа килә.

“Мәләүез минераль ашламалары” йәмғиәте республиканың көньяғында Советтар Союзы ваҡытында тупраҡты химизациялау программаһын тормошҡа ашырыуҙа иң отошло предприятиеларҙың береһе була. 1975 йылда бында беренсе продукция алына. Күләмле завод тиҙ арала үҫешә, етештереүсәнлек арта, яңы цехтар барлыҡа килә.



Үҙгәртеп ҡороу, көрсөк йылдарында ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға өлгәшәләр бында. Эшселәргә фатир бирелә,социаль объекттар төҙөлә. Шул йылдарҙа сафҡа тапшырылған”Шишмә”, Спорт һарайы- бөгөн дә халыҡтың яратҡан ял итеү һәм һаулыҡты нығытыу урыны. Район-ҡаланың социаль һәм иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә предприятие.


Бөгөн предприятие 850 кешене эш урыны менән тәьмин итә. Етештерелгән төп продукция: аммиак селитраһы, азот- фосфор, азот-фосфор-калий, фосфогипс ашламаһы. Улар тулыһынса дәүләт стандарт талаптарына яуап бирә. Предприятиеның өҫтөнлөклө йүнәлеше - юғары сифатлы минераль ашлама етештереү.


“Мәләүез минераль ашламалары” йәмғиәте техник директоры Павел Володин һүҙҙәренә ҡарағанда, 2008 йылда башланған модернизациялау процесы өс йылға һуҙыла һәм завод “ГазпромнефтехимСалауат” йәмғиәте филиалына индерелә. Бөгөн бында эшләгәндәрҙең иртәгәгә ышанысы артҡан, эш хаҡы ваҡытында түләнә, социаль гарантиялар һаҡланған, тотороҡлолоҡ барлыҡҡа килгән.


Йәмғиәттә етештерелгән ашлама район ауыл хужалығы предприятиеларында ҙур һорау менән файҙаланыла. Иң әүҙем ҡулланыусылар - Салауат исемендәге кооператив, “Дружба” предприятиеһы, “Иҙел” агрофирмаһы, “Ашҡаҙар”хужалығы. Тәбиғәт шарттарына ҡарамай, юғары уңыш алыу сере тап ошонда етештерелгән ашламаға бәйле икәнлеген күптәр аңлағандыр, моғайын. Шулай уҡ республика ауыл хужалығы министрлығы ла йәмғиәт менән даими бәйләнештә. Ставрополь, Ростов өлкәләре аграрийҙары ла тап Мәләүез ашламаһын һатып алыуға өҫтөнлөк бирә. Бына шулай беҙҙә етештерелгән аммиак селитраһы илебеҙҙең төрлө тарафында ҡулланыла. Йәмғиәт тауарының үҙ маркаһы бар.


“Киләсәктә етештереү күләмен арттырыу, ҡорамалдарҙы яңыртыу, эш хаҡын күтәреү һәм индексациялау бурыстары тора. Цехтарҙа насос, компрессор, йылытыу ҡаҙанлығы алмаштырылды, хәүефһеҙлек шуны талап итә. Аммиак селитраһының беренсе партияһы 1985 йылда сығарыла, уның күләме йылдан- йыл арып, был һан быйыл 225 мең тонна тәшкил итте. Кисә иһә, йәмғиәттә уның 5000 мең тоннаһы етештерелде!


2017 йылда йыллыҡ күрһәткесте 240 мең тоннаға еткереүҙе күҙаллайбыҙ. Эшселәр һаулығы һәм уларҙың хәүефһеҙ эш шарты - беренсе урында. Экологияны һаҡлау, атмосфераны бысратмау, ҡалдыҡһыҙ эшләү- көн талабы, был йүнәлештә фән һәм экологтар менән бергә эшләйбеҙ, норманан саҡ ҡына тайпылыш булһа, махсус датчиктар сигнал бирә. Үҙебеҙҙең махсус әҙерләнгән ҡотҡарыу отряды бар. - Йәмғиәт көсө - кадрҙарҙа, тип дауам итә Павел Николаевич. Уның үҙенең дә хеҙмәт стажы предприятиела 27, ә был вазифала 5 йыл.


Коллектив йәш эшсе кадрҙар иҫәбенә тулылана. Компрессор ҡоролмаһы машинисы Элвир Йәрмөхәмәтов, мәҫәлән, Мәләүез механика-технология техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын ошонда башлаған. Тап ошо һөнәрҙе һайлағанына үкенмәй.


42 йыл ошонда эшләгән Роза Кирееваны ла йәмғиәттә хөрмәтләп телгә алалар. Үҙ эшен еренә еткереп башҡарған оператор етәкселек тарафынан бик күп маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Йәштәрҙе һөнәр нескәлегенә өйрәтеүгә лә күп тырышлыҡ һала.


40 йыл ғүмерен яратҡан заводына арнаған Айрат Зиннәтуллиндың башына һынылыш йылдарында ҡайҙалыр китеү тураһында уй инмәгән. Ябай аппартсынан аммиак селитраһы цехы начальнигына тиклем үрләгән.


Бында һәр эшсе тураһында айырым мәҡәлә яҙып булыр ине. Бай тарихлы йәмғиәт бөгөн дә дөрөҫ үҫеш юлын һайлаған.
Читайте нас: