Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
19 Декабрь 2016, 11:59

Ғаилә институтын үҫтереүгә күп көс һала улар

Йыл һайын 18 декабрҙә Рәсәйҙә ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Уның тарихы 1917 йылдан башлана. Тап ошо көндә “Никах, балалар һәм гражданлыҡ хәле акттары кенәгәһен индереү тураһында” декретҡа ҡул ҡуйыла. Уға ярашлы, юридик хәлдәр дәүләт органында теркәлгән осраҡта ғына дөрөҫ тип таныла башлай.

Йыл һайын 18 декабрҙә Рәсәйҙә ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Уның тарихы 1917 йылдан башлана. Тап ошо көндә “Никах, балалар һәм гражданлыҡ хәле акттары кенәгәһен индереү тураһында” декретҡа ҡул ҡуйыла. Уға ярашлы, юридик хәлдәр дәүләт органында теркәлгән осраҡта ғына дөрөҫ тип таныла башлай.



Бик күптәрҙең ЗАГС һүҙе шартлы рәүештә ҡыҫҡартылғанын йәғни уның аббревиатура икәнлеге хаҡында белмәүе һәм уны фәҡәт никах теркәү органы ғына тип уйлауы ихтимал. Ғәмәлдә ул кешенең тыуғандан алып уның вафатына тиклем тотош гражданлыҡ хәле акттарын яҙыу кеүек мөһим һәм яуаплы эш алып бара.


Һөнәри байрам алдынан ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикова менән бүлек эшмәкәрлеге хаҡында әңгәмәләштек.


- ЗАГС органдары - һәр кешенең гражданлыҡ хәлендәге бөтә үҙгәрештәрҙе теркәп барған иң тотороҡло системаларҙың береһе. Гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүе тураһында документтар кеше хоҡуғын билдәләй, шуға күрә улар законға ярашлы грамоталы һәм дөрөҫ яҙылырға тейеш. Был өлкә хеҙмәткәрҙәренең грамоталығы, законды белергә тейешлеге талап ителә, сөнки уларға йыш ҡына төрлө мәсьәлә буйынса консультация бирергә тура килә. Шулай уҡ кеше менән эшләй, никах теркәү, бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ биреү ваҡиғаларын иҫтә ҡалырлыҡ сағыу ойоштора белеүе мөһим.


Бөгөнгә райондың ЗАГС бүлегендә 3041 акт теркәлде. Шуның 1038-е - бала тыуыу, 1053-ө - вафат булыу, 437-е - никах теркәү, 330-ы никах тарҡатыу тураһында.


Ғөмүмән, бүлек халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен бергә алып барған мәҙәни һәм ағартыу үҙәге булып тора. Билдәле булыуынса, балалыҡ, әсәлек һәм ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү - республика социаль сәйәсәтенең һәм ЗАГС органдарының иң мөһим өҫтөнлөгө. Был юҫыҡта ЗАГС бүлегендә ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән үҙ алымдары, традициялары бар. Иҫтәлекле даталар айҡанлы тантаналы шарттарҙа никах, бала тыуыуҙы теркәйбеҙ, алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаилә парҙары менән осрашыуҙар ойошторабыҙ. Быйыл, мәҫәлән, 50, 60 һәм унан да күберәк бергә татыу ғүмер иткән 58 ғаиләгә иҫтәлекле бүләктәр һәм ҡотлау папкалары тапшырылды. Шуның 13-ө - алтын, 45-е - гәүһәр юбиляр. Никах теркәгән йәш парҙар Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡотлау адресы менән бүләкләнә. Шулай уҡ йыл һайын 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Был көндө беҙ “Айырылышыуһыҙ бер көн” акцияһы үткәрәбеҙ. Шәжәрә байрамдарына әҙерлек барышында методик һәм ғәмәли ярҙам күрһәтәбеҙ.


Һөнәри байрам алдынан көндәлек мәшәҡәтле, күп яҡлы эштәрендә артабанғы уңыштар теләп, бүлек хеҙмәткәрҙәрен билдәләп үтәм: баш-белгес эксперт Светлана Сәғәҙиева, белгес-эксперттар Ольга Ярославцева, Наталья Бакурова һәм эште алып барыусы Татьяна Бочарова. Улар район һәм ҡала халҡы өсөн гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүе өлкәһендә сифатлы хеҙмәт күрһәтеүгә бөтә тырышлығын һала. Һәр хеҙмәткәр үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа һөнәри, бөгөнгө заман күҙлегенән генә түгел, ә тарих алдында оло яуаплылыҡ тойоп ҡарай.
Читайте нас: