ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Декабрь 2016, 16:32

Боҙ ҡаласығында һуңғы эштәр бара

Яңы йыл символы - шыршы ҡаланың үҙәк майҙаны түрендә ҡунаҡланы ла инде. Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Ғайсин билдәләүенсә, Яңы йыл боҙ ҡаласығын төҙөү тамамланыуға бара. Башҡа йылдарҙан айырмалы быйыл мәләүездәр 18 метрлыҡ яһалма шыршы тирәләй әйләнәсәк. Әлеге ваҡытта ҡаласыҡта каток тулыһынса әҙер. Балалар өсөн лабиринтта ла һуңғы эштәр бара. Ҡала мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл тамашаһы үтәсәк зонаны биҙәй башлаған.

Яңы йыл символы - шыршы ҡаланың үҙәк майҙаны түрендә ҡунаҡланы ла инде.
Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Ғайсин билдәләүенсә, Яңы йыл боҙ ҡаласығын төҙөү тамамланыуға бара.
Башҡа йылдарҙан айырмалы быйыл мәләүездәр 18 метрлыҡ яһалма шыршы тирәләй әйләнәсәк. Әлеге ваҡытта ҡаласыҡта каток тулыһынса әҙер. Балалар өсөн лабиринтта ла һуңғы эштәр бара. Ҡала мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Яңы йыл тамашаһы үтәсәк зонаны биҙәй башлаған.



Таусыҡтың да нигеҙе әҙер, уны быйыл “Мастер-А” йәмғиәте төҙөгән. Ҡаласыҡ ситтәрен боҙ плиталар менән “Дорремстрой” йәмғиәте хеҙмәтсәндәре кәртәләгән. Балалар лабиринтын “Стройлидер” предприятиеһы хеҙмәтсәндәре төҙөй. Рәссамдар боҙ фигуралар эшләүгә бөтә ижади һәләтен һәм көсөн һалған. Быйыл унда егерменән ашыу боҙ скульптура урынлаштырыласаҡ. Улар араһында йыл хужаһы Әтәс мотлаҡ буласаҡ. Ҡаласыҡты биҙәүҙә шулай уҡ ҡаланың кирбес заводы, М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы һәм башҡа предприятиелар ҡатнашҡан.
Читайте нас: