ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
28 Декабрь 2016, 13:44

Иҫәпләү приборына магнит ҡуйыу өсөн штраф түләтелә

Билдәле булыуынса, магнитҡа ҡаршы пломба иҫәпләү приборҙарын алдап күрһәтеүҙең бер нисә төрөн контролдә тота ала.

Билдәле булыуынса, магнитҡа ҡаршы пломба иҫәпләү приборҙарын алдап күрһәтеүҙең бер нисә төрөн контролдә тота ала.
Пломба-индикатор магнитты тойған суспензия менән тултырылған капсуланы хәтерләтә. Пломба уртаһында тамсыға оҡшаш нөктә билдәләнгән. Иҫәпләү приборына магнит ҡуйған осраҡта ул үҙенең структураһын боҙа. Һөҙөмтәлә приборға магнит ҡуйылғанын асыҡларға мөмкин.



Пломбаның махсус һаны була. Наклейканы йыртып алырға теләгән ваҡытта “асылды” (“вскрыто”) тигән яҙыу сыға. Яңынан йәбештергәндә яҙыу юғала. Пломбаның хаҡы 15 һумдан алып башлана. Иҫәп приборын тикшергәндә магнит ҡуйылғаны асыҡланһа, ревизор уны административ хоҡуҡ боҙоу булараҡ теркәй һәм протокол төҙөй. Хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодекс магнит ҡоролмаларын файҙаланыуҙы мөлкәткә зыян итеү тип ҡарай. Шуға күрә яза биреү ғәҙел иҫәпләнә, йәғни магнит ҡуйыу сәбәпле түләп еткерелмәгән электр энергияһы өсөн хаҡ түләтеләсәк.


Штраф түбәндәге тәртиптә иҫәпләнә:


Магнит ҡуйған көн билдәләнә. Күп фатирлы йорттарҙа иҫәпләү приборҙары йыш ҡына баҫҡыс майҙансығында урынлаша, шуға күрә магнит ҡуйыу ваҡытын билдәләргә күршеләр ярҙам итә ала.

  • Шаһит күрһәтмәһе булмаған осраҡта һуңғы тикшереү ваҡытын алалар. Әгәр счетчик торлаҡ бина эсендә булып, тикшереүселәрҙе индермәгән осраҡта, өс йыл өсөн штраф түләтелә.
    Читайте нас: