ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
30 Декабрь 2016, 12:35

Күңелдәр изгелектән йылына

Поздравление детей приюта Балаларҙың бер тауыштан “рәхмәт” тип әйткәнен ишеткәнегеҙ барҙыр. Ә бына өлкән йәштәгеләрҙең хор менән әйтеүен ишетеү бигерәк тә тулҡынландырғыс. Өлкән йәштәге һәм инвалид граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү стационар бүлексәһендә йәшәгәндәр район-ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар советына шулай рәхмәт белдерҙе.

Поздравление детей приюта Балаларҙың бер тауыштан “рәхмәт” тип әйткәнен ишеткәнегеҙ барҙыр. Ә бына өлкән йәштәгеләрҙең хор менән әйтеүен ишетеү бигерәк тә тулҡынландырғыс. Өлкән йәштәге һәм инвалид граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү стационар бүлексәһендә йәшәгәндәр район-ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар советына шулай рәхмәт белдерҙе.



Яңы йыл алдынан “Йөрәктәрҙе ҡулдарыбыҙ менән йылытайыҡ!” акцияһы сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы бүлексәлә ҙур булмаған, әммә бик йылы сара ойошторҙо. Ойошма рәйесе Жанна Ғәйетҡолова етеп килгән байрам менән ҡотлап, оло быуын вәкилдәренең тормошо илһөйәрлек, батырлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ миҫалы булыуын билдәләне. Район-ҡала, бөтә республика өсөн эшләгән изге эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы тәрбиәләнеүселәре дәртле йыр бүләк итте. Һәр сығышты өлкәндәр алҡыштар менән ҡаршы алды һәм оҙатты. Шулай ҙа улар өсөн иң күңеллеһе район-ҡала гүзәл заттары бәйләгән йылы бейәләй, бирсәткә, ойоҡбаш, шәл, шарф, косынкаларҙы һайлап алыуы булғандыр.


Балалар-үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһендә тәрбиәләнгән балалар ҙа ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды. Түргә ҡупшы шыршы ултыртҡандар, уны матур итеп биҙәгәндәр. Ҡотлау һәм музыкаль сәләмдәрҙе ҡабул иткәс, улар ҙа түҙемһеҙлек менән бәйләнгән әйберҙәр һалынған өҫтәл рәттәренә йүнәлде. Берәүҙәр үҙенә башлыҡ менән шарф, икенселәр йылы ойоҡбаш, өсөнсөләр кофта, юбка һайланы. Бирсәткә, бейәләйҙәрҙең дә ниндәйе генә юҡ ине. Уларҙың бер өлөшө шулай уҡ аҙ килемле ғаиләләргә таратылды.


“Йөрәктәрҙе ҡулдарыбыҙ менән йылытайыҡ!” акцияһы өсөнсө йыл үткәрелә. Йәмәғәтселек араһында сара шунда уҡ танылыу тапты һәм бына йыл һайын район-ҡала ҡатын-ҡыҙҙары бәйләү традицияларын, кис ултырыу йолаларын терегеҙеп, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итә. Быйыл акцияла белем биреү учреждениеларынан 2, 7, 12, 17, 19, 21, 23-сө балалар баҡсалары, 1, 4, 5, 8-се мәктәптәр, Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы, күп профилле лицей, предприятиеларҙан “Торлаҡ хужалығы идарасы компанияһы”, “Мәләүез һөт-консерва комбинаты”, “Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы”, “Мәләүез минераль ашламалар” йәмғиәттәре коллективы әүҙем ҡатнашты.


Күҙ нурын, күңел йылыһын һалып бәйләгән әйберҙәр, һис шикһеҙ, ярҙамға, иғтибарға мохтаждарҙың байрам алды кәйефен күтәрә, яҡшылыҡҡа, изгелеккә ышанырға булышлыҡ итә. Изгелек эшләһәң дә, игелек күрһәң дә бер тойғо кисерәһең бит.




Һүрәттә: Район-ҡала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Жанна ғәйетҡолова өлкән йәштәгеләргә һәр береһенә иғтибар бүлергә өлгөрҙө.


Балалар-үҫмерҙәр өсөн социаль приютта тәртибәләнгән балаларҙың ҡыуанысының сиге булманы.
Читайте нас: