Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
30 Декабрь 2016, 12:35

Уңыштарға нигеҙләнеп, яңы маҡсаттарға ынтылабыҙ

Рөстәм Наил улы, ғәҙәттә, үткәндәрҙе баһалап, хаталарҙан һабаҡ алып, киләсәккә план ҡоралар, һеҙҙеңсә, уҙған йылда нигеҙләнерлек уңыштар булдымы?Уҙған йыл ҡатмарлы булды, шулай ҙа дөйөм тырышлыҡ, берҙәмлек менән өлгәшелгән уңыштар бөтә тармаҡта ла һөйөндөрә. 2015 йылға ҡарата 10-12 процентҡа күберәк продукция һатылған.

  • Рөстәм Наил улы, ғәҙәттә, үткәндәрҙе баһалап, хаталарҙан һабаҡ алып, киләсәккә план ҡоралар, һеҙҙеңсә, уҙған йылда нигеҙләнерлек уңыштар булдымы?

  • Уҙған йыл ҡатмарлы булды, шулай ҙа дөйөм тырышлыҡ, берҙәмлек менән өлгәшелгән уңыштар бөтә тармаҡта ла һөйөндөрә. 2015 йылға ҡарата 10-12 процентҡа күберәк продукция һатылған.

  • Өсөнсө йыл рәттән район ҡала хакимиәт үҙәге булған муниципаль райондар араһында урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге буйынса беренсе урынды яулай. Даими юғары рейтинг күрһәтеп, быйыл Рәсәй кимәлендә республика данын лайыҡлы яҡланы һәм “Муниципаль кимәлдә ауыл биләмәләрен үҫтереүҙә һөҙөмтәле идара” өсөн Рәсәй Федерацияһының I дәрәжә дипломы һәм алтын миҙал менән бүләкләнде. Ә район Хакимиәтенең финанс идаралығы проекты Бөтә Рәсәй конкурсында “Граждандар өсөн бюджет аныҡлығы рейтингыһын төҙөү” номинацияһында I дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Бюджет тулыландырыу буйынса республикала 7-се, ил кимәлендә 12-се урындабыҙ.

    Тимәк, район иҡтисады үҫешен ыңғай баһаларға мөмкин?
  • Дөйөм алғанда, йыл һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Был күрһәткес сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлегенә бәйле: М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы, һөт-консерва комбинаты, минераль ашламалар заводы һәр береһе миллиард һумлыҡ продукция һатыуға өлгәште.
  • Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ иҡтисад үҫешендә әһәмиәтле урын биләй. Район буйынса был йүнәлештә эшләгән өс меңдән ашыу субъект теркәлгән. Үткән йыл Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам программаһына ярашлы, муниципаль һәм федераль бюджеттан 4355 мең һум аҡса бүленде.

    Шулай уҡ инвестиция сәйәсәтен үҫтереү мөһим, 2015 йыл менән сағыштырғанда ул яҡынса 75,8 процент тәшкил итте. Киләсәктә яңы инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге бар. Иң беренсе, туризмды үҫтереү ҡарала. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Уҙған йыл Нөгөш һыуһаҡлағысы биләмәһендәге ауыл хужалығы ерҙәре ял-мәҙәниәт тәғәйенләнешенә күсерелде, төҙөкләндереү планы әҙерләнә, уны ғәмәлгә ашырырҙай инвесторҙар эҙләйбеҙ.

    Мәләүез элек-электән ауыл хужалығы буйынса көслө, был кире йоғонто яһамаҫмы?
  • Юҡ, әлбиттә, был уйланылған аҙым һәм ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Ә ауыл хужалығына килгәндә үҫеш дауам итә, быйыл ҡоролоҡҡа ҡарамай, Башҡортостандың Урал алды бирьяғы зонаһында иген йыйыу буйынса район алдынғы, бөтәһе 124 мең тонна уңыш алынды. Беҙҙең аграрийҙарҙың яңы алымдарҙы, заманса технологияларҙы ҡыйыу үҙләштереүе, даими техниканы яңыртыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Орлоҡҡа ҙур иғтибар бирелә – һуңғы ике йылда алты хужалыҡта уны таҙартыу һәм һаҡлау комплекстары төҙөлдө, ҡайһылары яңыртылды. Киләһе уңыш алыуға әле үк әҙерлек башланды.
  • Шулай уҡ малсылыҡ тармағы өҫтөнлөклө булып ҡала - ауыл хужалығы эшсәндәренең 60 проценты эшләй. Быйыл бөтәһе 35 мең тонна һөт, 29,2 мең тонна ит етештерелде.

    • Шулай ҙа төбәк именлеге күрһәткестәренең иң мөһиме – район халҡының йәшәү кимәле.
    > Эйе, халыҡтың мәшғүллеген һәм лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү – көнүҙәк мәсьәлә. Уртаса эш хаҡы 2015 йылға ҡарата 7,2 процентҡа артһа ла, республика күрһәткесенән 6 меңгә кәмерәк, һис шикһеҙ был тарафта эш алып барыла.

    Төҙөкләндереү, юл ремонты, торлаҡ-коммуналь хеҙмәте –даими иғтибар талап иткән мәсьәләләр. Ҡалала Смоленск урамынан насос станцияһына тиклем яңы ысул менән канализация коллекторы яңыртылды. Йылылыҡ системаһы ла үҙгәртеп ҡорола. күп фатирлы 26 йортта капиталь ремонт, лифт алмаштырыу тамамлана. Һуңғы биш йылда ҡалала 195 ғаилә авария хәлендәге йорттарҙан күсерелде. 2017 йылда Нөгөш, Ҡыҙрай, Һамар-Ивановка ауылдарында шундай йорттарҙа йәшәгәндәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла. Троицкий, Васильевка ауылдарында һыу мәсьәләһе хәл ителә. Ауыл ерендә халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу йүнәлешендә күп эш башҡарыла. Был тарафта халыҡтың хужаларса мөнәсәбәте етмәй, йәғни әүҙемерәк булырға, барын һаҡларға кәрәк. Республикала урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу -ысынбарлыҡта ҙур ярҙам. Уҙған йыл унда райондың 13 ауыл биләмәһе ҡатнашып, социаль инфраструктураны, юлдарҙы яҡшыртыу, төҙөкләндереү буйынса 13,6 миллион һумлыҡ эш башҡарҙы, уның 1 миллион һумы - халыҡ аҡсаһы, 1,9 миллион һумы - бағымсылыҡ ярҙамы. Быйыл ҡала ла Мәләүез йылғаһы буйын мәҙәни-ял урынына әйләндереү маҡсатында был программаға ҡушыласаҡ.

    Бындай күләмле эштәр өсөн халыҡ власҡа ышанырға тейештер...
  • Әлбиттә, бындай саралар дөйөм мәнфәғәтте хәстәрләп, районда йәшәгәндәрҙең аңлы ҡарары, уларҙың ҡатнашлығында уҙғарыла, халыҡ менән туранан-тура һөйләшеү алып барыла. Үткәрелгән һорау алыу район Хакимиәтенә ышаныстың 89,7 процент тәшкил итеүен күрһәтте, был шатландыра, әлбиттә, быны аҡлау зарур. Сентябрҙә уҙған ҡатмарлы сәйәси ваҡиғала – төрлө кимәлдәге депутаттар һайлауҙа – мәләүездәр үҙҙәрен яуаплы, алдынғы граждандар итеп күрһәтте.
  • Киләсәк - йәштәр ҡулында, улар физик һәм рухи яҡтан сәләмәт булһын өсөн ниндәй саралар күрелә?
  • Дөрөҫ, беҙ яҡты киләсәк өсөн эшләйбеҙ, йәғни йәш быуын өсөн. Мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе даими камиллаштырыла. Үткән Кино йылында Мәҙәниәт һарайы нигеҙендә заманса кино залы асылды. Балаларҙы физик культура, күмәк спортҡа йәлеп итеү маҡсатында заманса спорт майҙансыҡтары төҙөлә. Былтыр 6-сы лицей һәм 4-се мәктәптә ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылды. “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә 32-се биҫтәлә һәм “Дан” паркында, Туҡмаҡ, Һарыш ауылдарында, Ҡояшлы биҫтәһендә балалар майҙансыҡтары тапшырылды. “Ауылды социаль үҫтереү” федераль программаға ярашлы, Тамъянда 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды.

  • Торлаҡ төҙөү даими алып барыла. Үткән йыл 57,9 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды.

    Атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. 2008 йылдан 112 йәтим үҙ мөйөшөнә эйә булды, үткән йыл 11 кешегә фатир бирелде.

    К. Маркс урамында һәм Төньяҡ-Көнбайыш биҫтәһендә йортта төҙөлә, планлаштырылған 2019 йылға тиклем тағы ла 2-3 процентҡа арттырыу күҙаллана.

    • Яңы йылға аяҡ баҫҡанда яңы пландар билдәләнә, шулай уҡ мәләүездәргә лә әйтер һүҙегеҙ барҙыр.
    • Барыһы ла халыҡ өсөн – был яңғырауыҡ һүҙҙәр булып ҡына ҡалырға тейеш түгел. Иң беренсе, мәләүездәрҙе борсоған, тормош сифатын билдәләгән мәсьәләләрҙе хәл итеү, енәйәтселеккә юл ҡуймау мотлаҡ. 2017 йыл Экология йылы тип иғлан ителде һәм ошо йүнәлештә күп эштәр планлаштырыла. Үрҙә билдәләнгәндәрҙән тыш биологик таҙартыу ҡоролмаһын үҙгәртеп ҡороу, яңы көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөлөшөн тамамлау ҡарала. Башҡортостандың 100 йыллығына “Спартак” стадионы, шулай уҡ “Толпар”ат спорты комплексы яңыртыласаҡ. Спорт һарайын, муниципаль милеккә күсереп, капиталь ремонт үткәреү зарур.

    Әлбиттә, был һәм башҡа планлаштырылған эштәрҙе бергәләп кенә башҡарып сыға алабыҙ. Өлгәшелгән уңыштар ҙа, һис шикһеҙ, берҙәм, тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе, һәм күрһәткән ярҙамдары өсөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, республика Хөкүмәтенә ярҙамы һәм Мәләүез халҡының тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм. Киләсәктә лә ил именлеге өсөн бергә аңлашып эшләүгә өмөт итәм. Уңайҙан файҙаланып, Яңы йыл менән ҡотлайым, ғаилә бәхете, иҫәнлек, уңыштар, илдә тыныслыҡ теләйем, бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы, сабырыраҡ булайыҡ.

    • Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт Рөстәм Наил улы, яңы йылда тик уңыштар юлдаш булһын!
    Читайте нас: