ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
8 Сентябрь 2017, 11:42

Ер йөҙөндә ҡалалар күп, иң матуры - Мәләүез!

Ҡала көнө уңайынан уҙған күркәм байрамда күптәр ошондай фекергә килгәндер. Иртәнән кискә тиклем Үҙәк майҙандатөрлө саралар ойошторолдо. Байрам айҡанлы ҡалала бер нисә яңы объектасылды.

“Дан” паркында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскә гөлләмәләре һалып, уларҙың иҫтәлеген бер минутлыҡ тынлыҡта менән иҫкә алғандан һуң, район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, ҡала хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Заманса ҡала мөхите” проекты сиктәрендә төҙөлгән Ленин урамы, 150 һәм Октябрь урамы, 7 адрестары буйынса уйын майҙансыҡтары, Мәләүез йылғаһы ярында йәйәүлеләр өсөн төҙөлгән ял зонаһын асыу тантанаһында ҡатнашты, халыҡ менән аралашты. “Халыҡ көсө менән уртаҡ төҙөлгән был объекттар мәләүездәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу йәһәтенән һөҙөмтәле булырына ышанам”,- тине район Хакимиәте башлығы. Ҡала хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин, халыҡты байрам менән ҡотлап, сафҡа тапшырыласаҡ объектар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездең көндән-көн матурлана һәм күркәмләнә барыуына баҫым яһаны.
Райондың төрлө биләмәләренән килгән ауыл хужалығы предприятиелары тарафынан ойошторолған йәрминкә байрамға йәм өҫтәне. Беренсе көҙгө йәрмикәлә емеш-еләк, мал аҙығы, иген, картуф, йәшелсәләр һатып алырға мөмкин ине. Талап ителгән ауыл хужалығы тауарҙары тиҙ арала һатылып та бөттө. Ағас, сәскә үҫентеһе менән сауҙа итеүселәр рәтендә халыҡ күп булды.
Малсылыҡ продукттары рәте халыҡты үҙенә ассортимент төрлөлөгө, хаҡтарҙың арзанлығы менән арбаны. Ҡош, һарыҡ, йылҡы ите, һөтсөлөк продукттары тәҡдим ителде.
Бал менән сауҙа итеүселәрҙең артыуы шатландыра, бындай сараларҙа уның йәнеңә кәрәкле төрөн һатып алыу мөмкинлеге бар. Хаҡтар сағыштырмаса төрлө -1300 һумдан башланды. Район-ҡала умартасылары йылдағыса төрлө һөнәри конкурстарҙа көсөн һынаны, тәжрибә уртаҡлашты. Ҡала предприятиелары күргәҙмәһе лә ситтә ҡалманы. Теләгәндәр әле генә мейестән сыҡҡан тәмлекәстәр менән тамаҡ ялғаны, ҡайнар сәй, һуттан тәмләне.
Ауыл биләмәләре тарафынан ойошторолған күргәҙмә йылдағыса ҡала көнөнөң байрамының йөҙөк ҡашы булды. Бында халыҡ кәсебе, онотола барған, әммә һуңғы йылдарҙа тергеҙелгән шөғөлдәр ярҙамында әҙерләнгән ҡул эштәре күргәҙмәһе сағыулығы хайран итте, стендарҙа халыҡ тормошо кәүҙәләндерелде. Оҫталар ырғаҡ менән бәйләү, сигеү маһирлығы менән уртаҡлашты.
Хужабикәләр иһә “Ҡорот байрамы”на ашыҡты. Бына ҡайҙа ул аҡтан әҙерләнгән аш-һыу төрлөлөгө! Ҡороттоң әле беҙ белмәгән төрҙәре шул тиклем күп икәнлеген үҙем дә ошонда төшөндөм. Уҙған йыл 20-гә яҡын төрө менән сығыш яһаһа уңғандар, быйылғыһында ул күпкә артыҡ ине. “Уңғандарҙың бауырһағы ауыҙҙа ирей” - байрамға милли аш-һыу әҙерләгән ҡатындар был һүҙҙәрҙе ҡала көнөндә күп ишетте, балланған бауырһаҡ менән сәй эсеү йолаһын да еренә еткереп башҡарҙы. Ауыл мәҙәниәте үҙешмәкәр артистарының сығышы ла программаны тулыландырҙы.
Байрамдың тантаналы өлөшө үҙәк майҙандағы сәхнәлә үтте. Район-ҡала халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап Рөстәм Шәмсетдинов тарихҡа байҡау яһау, бөгөнгө лайыҡлы тормош булдырған быуынға рәхмәт һүҙҙәрен еткереү генә түгел, киләсәккә план-маҡсаттар билдәләү өсөн дә мөһим байрам булыуын белдерҙе. “Беҙҙең төп байлығыбыҙ – белемле етәксе-белгестәр, предприятие эшсәндәре, аграрийҙан, врач һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, спортсылар, ветерандар һәм йәштәр”, - тине.
Мәләүез район- ҡалаһының маҡтаулы гражданы исеменә Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Николай Гавва лайыҡ булды.
Байрам айҡанлы район Хакимиәте башлығы ҡулынан бер төркөм хеҙмәтсәндәр Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары алды. Шулай уҡ “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тьәмин итеү” программаһында ҡатнашҡан 10 йәш парға торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләү хоҡуғы биргән таныҡлыҡ тапшырылды. Яңыраҡ ғаилә төҙөгән парҙар, ярты быуат бергә йәшәгәндәр ҙә иҫтәлекле бүләк алды.
Ҡала Хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин Мәләүез ҡалаһының тарихына, бөгөнгөһөнә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Төҙөлгән, сафҡа тапшырылған объекттар исемлеге менән таныштырҙы. Ҡаланың заманса йөҙөн булдырыуға тос өлөш индергән төҙөүсе, эшсе, етәкселәргә рәхмәт белдерҙе һәм ҡала биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Мәләүездәр ҡала мәҙәниәт йорто алдында тере ҡурсаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға төштө, балалар өсөн ойошторолған күңелле программа, һабын ҡыуығы шоу, һүрәттәр конкурсы, төрлө уйындарын күҙәтте.
Район-ҡала халҡын һабантуйҙа канатта йөрөү оҫталығы менән таң ҡалдырған Дағстан ҡунаҡтарының сығышы ла алҡыштарға күмелде.
Төштән һуң йәштәр “Беҙҙең ҡала” акцияһында ҡатнашты, роллерҙар хәрәкәте үтте.”Беҙ - яңы быуын” тип аталған йәштәр концерты тәҡдим ителде. Байрам фейерверг менән тамамланды.
“Киләһе йыл Мәләүез үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Быныһы- генераль репетиция ғына,- тине ойоштороусылар. Алты тиҫтә йәшен ҡаршыласясаҡ ҡалабыҙҙың был сикте яңы уңыш-ҡаҙаныштар менән ҡаршылауға һәр кем үҙ өлөшөн индерер, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: