ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
12 Сентябрь 2017, 14:24

Танкистар көнө

Ҡалҡан булып баҫыр ғәскәр барҙа, ил тыныс булыр Танкистар көнө киң билдәләнде

1946 йыл Бөйөк Ватан һуғышы барышында танк ғәскәрҙәренең немец илбаҫарҙарына ҡаршы күрһәткән ҡаһарманлығын мәңгеләштереү маҡсатында Танкистар көнө иғлан ителә. Был дата бөгөн дә киң билдәләнә.
Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе танк ғәскәрҙәре ветерандары, үҙҙәрен киләсәктә тап ошо ғәскәр составына күрергә теләгәндәр тантаналы митинг йыйылды.
Сара афған һуғышы яугирҙәре һәйкәле янында башланды. Райондың Афғанстан ветерандары союзы рәйесе Виктор Дмитриев йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, Афғанстан Республикаһында танк ғәскәрендә хеҙмәт иткән ветеран Илдар Ҡотлобаевҡа иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.Чернобыль һәләкәтендә лә совет танкистары ҡаһарманлыҡ күрһәтә, шуларҙың береһе - яҡташыбыҙ Рәжәп Ибраһимов. Ул да хәтирәләре менән уртаҡлашты. Чечня хәрби хәрәкәт ветераны Илдар Ҡунаҡбаев та тәьҫораттары менән бүлеште. “Экипаж берҙәмлеге йәшәү өсөн көрәшкә тиң”, - тине ул. Чечняла ҡаһармандарса һәләк булған яҡташыбыҙ Владимир Казаковтың әсәһе лә байрамда ҡатнашты. Улының ҡаһарманлығын онотмай, исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индергән яҡташтырына рәхмәт белдерҙе.
“Дан” монументы янында дауам иткән митингыла Евгений Кирюшкинға район Хакимиәте башлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Төрлө кимәлдәге ҡотлауҙарға бер төркөм танкистар лайыҡ булды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, сәскә гөлләмәләре һалынды.
Читайте нас: