Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
26 Сентябрь 2017, 13:21

Утҡа ҡаршы көрәшкә - мобиль комплекс

Һарыш ауыл биләмәһе халҡы программала ҡатнашып, 4 тонна һыу һыйҙырышлы ҡоролма алды.

Районда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы дауам итә. Башланған проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға урындағы муниципалитет, ауыл халҡы һәм бағымсылар үҙ өлөшөн индерә. Әйҙәүсе төркөм башҡарған аңлатыу эштәре лә программала ҡатнашыу һәм еңеүгә ышаныс өҫтәй.
Һарыш ауыл биләмәһендә уҙған сходта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, граждандарҙы һәм уларҙың мөлкәтен янғындан һаҡлау маҡсатында, урындағы халыҡ мобиль янғын комплексы һатып алыу идеяһын яҡлап сыҡты.
Яңыраҡ төбәк халҡының хыялы тормошҡа ашты - биләмәнең янғын депоһы өр-яңы ҡоролмаға байытылды. Аҡназар, Һарыш, Мотай ауылдарын янғын хәүефһеҙлеге буйынса махсус әҙерлек үткән Рәис Аҡсулпанов, Юнир Итәшев, Флүр Килдебаев хеҙмәтләндерә. 4 кубометр һыу һыйҙырышлы тағылма өсөн “Белорус” тракторы бар, иҫкеһенән айырмалы ул мобиль, оператив осраҡта ҡулайлылығы менән айырыла. Быға тиклем дә биләмәлә янғын һүндереү машинаһы булған, тик иҫкене яңы менән сағыштырып булмай, йә ҡыҙмай, йә әленән-әле запчасть талап ителә. “Бурҙан ҡала, ут менән һыуҙан ҡалмай” тигәндәре дөрөҫ шул, күп осраҡта ҡаланан янғын һүндереү машинаһы килеп еткәнсе, ҡәҙерле минуттар үтә.
МПК-4 тағылмаһының хаҡы - 529 мең, шуның 57 мең һумын халыҡ тапшырған, биләмәлә эшләгән фермер хужалыҡтары етәкселәре - 35 мең, урындағы бюджеттан 57 мең һум бүленгән, ҡалған сумма республика ҡаҙнаһынан күскән. Проектта ауыл биләмәһе йыл да ошо программала ҡатнашып, быға тиклем хәл ителмәгән мәсьәләне тормошҡа ашыра ала – теләк кенә булһын, ти инициатива төркөмө ағзалары. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы бына шундай көскә эйә!
ҺҮРӘТТӘ: Рәис Аҡсулпанов мобиль комплекстың өҫтөнлөктәре менән таныштыра.
Автор фотоһы.
Читайте нас: