Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
4 Октябрь 2017, 10:56

Өлкән быуынға рәхмәт йөҙөнән

Йыл һайын Халыҡ-ара ололар көнө айҡанлы инвалидтарҙы һәм өлкән йәштәгеләрҙе социаль хеҙмәтләндереү йортонда тантаналы сара үтә.

Быйыл да был күркәм традицияға тоғро ҡалдылар. Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов оло йәштәгеләрҙе иҫтәлекле дата менән ҡотлап, уларҙың яҡты киләсәк өсөн индергән өлөштәрен юғары баһаланы.
-Һеҙ иҡтисадтың төрлө өлкәһендә тир түккәнһегеҙ, республиканың, төбәктең бөгөнгөһөнә нигеҙ һалғанһығыҙ. Илебеҙҙең бөгөнгө етештереү ҡеүәтендә һеҙҙең дә өлөшөгөҙ ҙур. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - тине Рөстәм Наил улы.
Ҡарттар йортонда бөгөн 47 кеше иҫәпләнә. Шуның 30-ы – ир-егет, 17-һе - ҡатын-ҡыҙ. Иң өлкәне - тыл ветераны Екатерина Хрипунова, уға 94 йәш. Дөйөм һандың 25-е - төрлө төркөм инвалидтары.
Өлкән быуынға ихтирам һәм хөрмәт йөҙөнән изге теләктәрен шулай уҡ Күмертау неврология интернаты директоры Ринат Ибраһимов еткерҙе. Ҡотлау сығыштарынан һуң оло йәштәгеләргә район Хакимиәтенең бүләктәре тапшырылды. Тантананы ҡала мәҙәниәт һарайынан Нәркәс Камалиева, Фәнил Яманаев һәм башҡа үҙешмәкәрҙәрҙең концерт номерҙары тамамланы.
Һәр сығышты көслө алҡыштар һәм рәхмәт һүҙҙәре менән оҙатып ҡалыуҙарынан оло йәштәгеләрҙең байрам сараһынан бик ҡәнәғәт ҡалыуын күрергә була ине.
Һүрәттә: Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов өлкән йәштәгеләргә бүләктәр тапшыра.
Автор фотоһы.
Читайте нас: