ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
9 Октябрь 2017, 14:27

17 йылдан һуң яңыртылған юл

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса уҙған йыйылышта Яңы Казанковка ауылы халҡы юл проблемаһын күтәреп сыҡҡан ине. Көслө ауыл хужалығы предприятиеһы ҡанаты аҫтында йәшәгән ауыл халҡы яңы йорттар төҙөй, йәштәр нигеҙ ҡоротмай, ошонда ҡала, мәктәп, балалар баҡсаһы эшләй.

“Беҙгә юл кәрәк”, - тип мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы урындағы халыҡ, - йәйгеһен саң, урамға сығырлыҡ түгел,”- тип дәлилләне улар фекерен. Ошонда уҡ төҙөләсәк юл хаҡы, халыҡтан күпме аҡса йыйыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, аҡса йыйыу буйынса Валентина Шорохова етәкселегендәге инициатива төркөмө дауам итте.
“Төҙөлгән юл хаҡы - 3 миллион 250 мең һум тәшкил итте. Шуның 100 мең һумы - ауыл халҡынан йыйылды, “Дружба” хужалығы етәкселеге 325 мең һум бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтте, 1 миллион 825 мең - район, тағы бер миллионы - республика бюджетынан бүленде. Биләмә халҡы программаның өҫтөнлөктәре менән таныш, сөнки 2016 йылда ошо программа сиктәрендә Богородской ауылында зыяратты кәртәләнек”,- ти Динис ауыл биләмәһе башлығы Надежда Ядыкина.
Ауыл юлын ремонтлау барышы тураһында ДРСУ предприятиеһы мастеры Камил Ҡолшәрипов мәғлүмәт бирҙе.
- Асфальттың ситенә ҡомташ, ҡырсын түшәйбеҙ, тигеҙләп сығабыҙ, был юл оҙаҡ хеҙмәт итһен, ситтәре ватылмаһын өсөн эшләнә. Анатолий Девяткин, Илдар Ғүмәров, Марат Байдәүләтовтар - үҙ эшенең оҫтаһы. Тиҙҙән участкала эште тамамлайбыҙ. Халыҡ беҙҙең эштән ҡәнәғәт ҡалыр тип уйлайбыҙ”,- тине Камил Йәмил улы.
ҺҮРӘТТӘ: ауыл халҡы ошондай юлдан йөрөйәсәк.
Автор фотоһы.
Читайте нас: