ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
9 Октябрь 2017, 15:00

“400 саҡрым ерҙән килдек беҙ”

“Муниципалитеттар араһында килешеү төҙөү - үҙ-ара теләктәшлекте, иҡтисадты нығытыуға булышлыҡ итә”. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.

Республикала муниципаль үҙидаралыҡ органдары йәмғиәттә мөһим урын биләп йүнәлешле эшләй, ауылдар киләсәген хәстәрләп, уның социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ауыл хакимиәттәре йыл дауамында халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә, биләмәлә социаль объекттар төҙөү, ремонтлау, халыҡты эш урындары, хәүефлек талаптары менән тәьмин итеү, уларҙың йәшәйешен яҡшыртыу һымаҡ бик күп йөкләмәләрҙе тормошҡа ашыра.
Муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса райондар араһында күсмә семинарҙар ойоштороу йолаға әүерелде, бөгөн ул әүҙемләшә генә.
Август айында Иҙел башында уҙған күсмә кәңәшмә-семинарҙа ҡатнашҡандан һуң, мәләүездәр белореттарҙы үҙебеҙгә саҡырҙы. Ҡунаҡтарҙы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов етәкселегендәге төркөм Салауат кооперативының 140 гектар майҙанды биләгән шәкәр сөгөлдөрө баҫыуында ҡаршыланы. Мәләүездең ауыл хужалығы тармағы төрлө йүнәлештә үҫешкән район булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйыл да, тәбиғәт шарттарына ҡарамай, мул уңыш тупланасағын белдерҙе. Машина- трактор паркы, тармаҡ йәш кадрҙар иҫәбенә тулылана.
Малсылыҡ, игенселек буйынса юғары уңыштарға ирешкән хужалыҡ етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин баҫыуҙа эшләгән заманса техника өлгөһө менән яҡындан таныштырҙы. Шәкәр сөгөлдөрө культураһының бында гектар ҡеүәте 350-380 центнер тәшкил итә.
Артабан эшлекле делегацияны Ергән ауыл мәҙәниәт йортонда ҡаршы алдылар. Ҡунаҡтар Нордовка, Корнеевка, Ергән ауыл биләмәләре мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай күргәҙмәне ҡараны, музейҙа булды, экспонаттар менән танышты.
Семинар-кәңәшмәнең пленар өлөшөндә район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙ сығышында Мәләүез район-ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫешенә байҡау яһаны.
Торлаҡ, социаль объекттар төҙөү, сафҡа тапшырыу йүнәлешендә уңышлы эш башҡарыла. Республика, федераль проекттар, программалар тормошҡа аша. Ауыр тормош хәлендә ҡалғандар, инвалид, күп балалаы, аҙ тәьмин ителгәндәр граждандар иғтибар үҙәгендә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы яңырыу кисерә, йылытыу ҡаҙанлыҡтары үҙгәртеп ҡорола, йорттарҙа капиталь ремон уҙғарыла, ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан лифттар алмаштырыла. Ҡалала “Заманса ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә 17 майҙансыҡ сафҡа тапшырылды, юлдар төҙөкләндерелә, ял итеү урындары булдырыла. Сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында спорт майҙансыҡтары, стадиондар яңыртыла, заманса йыһазландырыла. Спорт һарайы муниципалитетҡа тапшырылғандан һуң, халыҡ күпләп төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. “Толпар” ат спорты комплексында ремонт эштәре дауам итә.
Ауыл биләмәләрендә урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы уңышлы эшләй, ағымдағы йыл проектта 5 ауыл биләмәһе ҡатнашты, ул артабан да дауам итәсәк. Ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорттары икенсе һулыш кисерә.
Ауыл хужалығы үҫешкән район республиканы икмәк, малсылыҡ продкуцияһы менән тәьмин итеүгә тос өлөш индерә. Фермалар төҙөлә, техника һатып алына, крәҫтиән-фермер һәм шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны арта.
Мәскәүҙә уҙған “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә Мәләүез етештереүселәре күп һанлы Маҡтау грамоталары, миҙадар менән бүләкләнә. Районда туризм йүнәлешендә “Башҡортостан” милли паркы, “Көнгәк” ҡурсаулығы эшләй.
Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов йылы ҡабул итеү өсөн рәхмәтен белдерҙе.
“Беҙ һеҙҙең уңыштар тураһында хәбәрҙар,- тине ул. Районыбыҙ металлургия буйынса танылған. Һеҙҙә иһә, ауыл хужалығы, сәнәғәт тә ныҡ үҫешкән. Эшлекле сәфәрҙең маҡсаты - һеҙҙәге башланғыстарҙы өйрәнеү, артабан үҙебеҙҙә ҡулланыу. Күсмә кәңәшмә - мәләүездәр тәжрибәһе менән ысынбарлыҡта уртаҡлашыу, муниципалитет башлыҡтарына аралашырға мөмкинлек биреү. Мәләүездәрҙең Ауыл хужалығы министрлығында даими ҡотлауҙарға лайыҡ булыуын һеҙҙә бер генә хужалыҡта булғандан һуң аңланым, тимәк, һеҙ һөҙөмтә өсөн эшләйһегеҙ, тырышаһығыҙ”,- тине.
“БР муниципаль берләшмә советы” ассоциацияһы башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов республикала ошондай йүнәлештә алып барылған эштәрҙең артабан дауам ителәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Ҡунаҡтар Ергәндә йөҙөү бассейны эшмәкәрлеге менән танышты. Артабан Мәләүездә Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары һәйкәленә сәскә гөлләмәһе һалды һәм Балалар-үҫмерҙәр Ижад һарайында белем биреү учреждениелары ойошторған күргәҙмәне ҡараны. Ике район араһындағы теләктәшлек билдәләп, ҡунаҡтар ағас ултыртты.
Белореттар Смаҡ ауылы янында Тамъян, Юрматы, Ҡыпсаҡ ырыуҙары дуҫлығын берләштергән стелала булды. Киң яланда күп милләт вәкилдәрен бергә туплаған төбәк халҡының тормошон сағылдырған 7 тирмә ҡоролған, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сағыу композиция ҡунаҡтарға хуш килде. Йыр-моң, бейеү, халыҡ кәсебен күрһәткән “Ҡорот байрамы” белореттарҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Сара аҙағында Белорет районы Хакимиәте башлығы Владислав Миронов ”Беҙ юлға сыҡҡанда Белоретта ҡар яуа ине, ә һеҙҙә баҫыуҙа уңыш йыялар. 400 саҡрым үтеп, кәрәкле тәжрибә туплай алыуыбыҙға шатбыҙ. Бөгөнгө сара - ике район араһында эшлекле күпер барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итәсәгенә ышанам. Мәләүездәрҙең һәр ваҡыттағыса кәйефе юғары, сөнки бөтә йүнәлештә лә уңыштар бар”,- тине.
Читайте нас: