Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Ноябрь 2017, 13:41

Меңенсе махсус автомобиль сафҡа инде

Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһы ҡулға алыныусыларҙы, ғәйепләнеүселәрҙе һәм хөкөм ителеүселәрҙе йөрөтөү өсөн эшләнгән махсус автомобилдең меңенсеһен ҡулланыуға тапшырҙы.

Ошо ваҡиға айҡанлы Федераль ҡаҙна учреждениеһында матбуғат конференцияһы үтте. Унда Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Алексей Бакланов, идаралыҡтың бүлек начальнигы Сергей Сухарев, 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһы федераль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы Константин Красничков урындағы һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистарының һорауҙарына яуап бирҙе. Һорауҙар башлыса Рәсәйҙең яза башҡарыу федераль хеҙмәте өсөн тәғәйенләнгән машиналарға ҡағылышлы булды.
Махсус автомобилдәр етештереү холоҡ төҙәтеү колонияһында 2010 йылда башлана. Быйыл ноябрҙә меңенсеһе ҡулланыуға тапшырылды. Ете йылда “КамАз”, “ГАЗель”, “Валдай”, “ГАЗель NEXT”, “ГАЗон NEXT” базаһында 10 төрлө модификация автомобиль етештерелгән.
Һуңғы йылда эшләнгән «АЗ» тибындағы махсус автомобилдәр быға тиклем сыҡҡандарынан уңайлыраҡ булыуы менән айырыла. Улар кондиционер, йылытҡыс һәм биотуалет һәм шулай уҡ күҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған. Йыл аҙағына тиклем тағы 23 автомобиль етештереү планлаштырылған.
Бынан тыш, Рәсәй Эске эштәр министрлығы ихтыяждары өсөн махсус автомобиль етештереү күҙаллана. Был тәңгәлдә машиналар илдең 6 төбәгендә һынау үтте. Шуның икәүһендә һаҡ хеҙмәте подразделениеларын тәьмин итеү тураһында мәсьәлә хәл ителә. Шулай уҡ киләсәктә автомобиль-рефрижератор етештереү тураһында һүҙ алып барыла. Әлеге ваҡытта унда “сэндвич-панель” етештереү үҙләштерелгән, аҙыҡ-түлек ташыу өсөн тәғәйенләнгән рефрижераторҙың өлгөһө әҙерләнгән.
Был көндә журналистар 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһында металл эшкәртеүҙән тыш, тағы ике цех эшләүен белде. Атап әйткәндә, унда йәмәғәт туҡланыуы өсөн кәрәкле ҡоролмалар, кер йыуыу машиналары, ҡаҙандар, электр һыу йылытҡыстар етештерелә, эш кейемдәре тегелә.
Сығыш яһаусылар республика колонияларында алып барылған етештереү эшмәкәрлеге хөкөм ителеүселәр өсөн килем алыу сараһы ғына түгеллеген, ә уның тәрбиәүи әһәмиәте лә бик ҙур булыуын билдәләне. Яза үтәгән ваҡытта тейешле һөнәр үҙләштереп, эш тәжрибәһе туплаған кешегә иреккә сыҡҡас эшкә урынлашыуы еңелгә тура килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Һүрәттә: Матбуғат конференцияһы барышы.
Бына ул бөтә уңайлыҡтары булған махсус автомобилдәр.
Автор фотоһы.
Читайте нас: