ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Ноябрь 2017, 14:24

Тағы бер Аллаһ йорто барлыҡҡа килде

Үткән аҙнабөтә ауыл халҡы өсөн көтөп алынған байрам – Мәсет асыу тантанаһы үтте

Изге эште башҡарыуға - Дини йортто асыуҙа бөтә ауыл халҡы йыйылды. Шулай уҡ уларҙың ҡыуынысын уртаҡлашырға Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы, депутаты Зариф Байғусҡаров, Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Азат Сәлихов, район хакимәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Аптраҡ ауыл советы биләмәһе башлығы Зөфәр Гималетдинов, ҡала мәсете имам-хатибы Рәфис Сафин, Ейәнсура, Күгәрсен, Федоровка райондарының Хакимиәт башлыҡтары, башҡа дин әһелдәре, Сәлиховтар ғаиләһе, саҡырылған ҡунаҡтар килде. Мәсетте һалдырған Азат Сәлихов үҙенең өләсәһе иҫтәлегенә изге йортто «Нәсимә” тип атаны. Киләсәктә ошо дини йортта никах уҡытыу, балаға исем ҡуштырыу йолалары үтәлер, балалар өсөн мәҙрәсә эшләй, йома һайын йома намаҙы уҡырға йөрөрҙәр. Мәсет үҙенең элекке урынынында төҙөлдө. Ғәйнулла Яппаров имам-хатиб итеп ҡуйылды. Уны төҙөүҙә ярҙам итеүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Яҡташыбыҙ Азат Сәлихов, шулай уҡ район хакимиәте башлығы, Аптраҡ ауыл совете биләмәһе башлығы Зөфәр Ғималетдинов, Сәлиховтар ғаиләһе, бөтә ауыл халҡы ярҙамында йыл ярым эсендә изге йорт ҡалҡып сыҡты.
Аҙан әйтелде. Мәсеткә инеп намаҙ уҡынылар. Сара һуңында ағастар ултыртылды.
Халыҡты әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү, иманыбыҙҙы арттырыу, илебеҙҙе, телебеҙҙе,тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға өйрәтеүсе динебеҙҙең тергеҙелеүе һәм изге, Аллаһ йортоноң төҙөлөүе - киләсәк өсөн бик мөһим күренеш. Ошондай изге йорттарҙың барлыҡҡа килеүе иманыбыҙҙы арттырһын ине.
Һүрәттә: Нурмөхәмәт хәҙрәт, Зариф Байғусҡаров, Азат Сәлихов, Рөстәм Шәмсетдинов.
Автор фотоһы.
Читайте нас: