Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
26 Декабрь 2017, 17:49

Боҙ һындар һаҡ ҡараш талап итә

Әйлән-бәйлән уйнар йәш балалар, тауҙан шыуыр, күңел асырМөғжизәлеһәм тылсымлы Яңы йыл осорон һәр кем, айырыуса балалар һағынып көтә.

Әйлән-бәйлән уйнар йәш балалар, тауҙан шыуыр, күңел асыр
Мөғжизәле һәм тылсымлы Яңы йыл осорон һәр кем, айырыуса балалар һағынып көтә. Йылдағыса был байрам иҫтәлекле, сағыу булып хәтерҙә ҡалһын өсөн өлкәндәр ҙур тырышлыҡ һала.
Үҙәк майҙанда Яңы йыл атрибуты - йәшел шыршы күптән инде әҙер. Хәүефһеҙлек маҡсатын күҙ уңында тотоп, ул ныҡлы беркетелгән. Елка тирәләй оҫталар боҙҙан төрлө әкиәт һындары эшләй, уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Бәләкәстәр дәрестән һуң рәхәтләнеп хоккей ҡумтаһында шыуа. Йылдағыса төрлө йәштәге балаларға тауҙар яһаласаҡ.
“Дорремстрой” йәмғиәтенән прораб Радик Ғәлиев һүҙҙәренә ҡарағанда, һауа торошона бәйле, эштәр бер аҙ тотҡарланған, әммә һуңғы көндәрҙәге һалҡындар тырышыбыраҡ эшләргә мәжбүр итә.
- Ҡала халҡына боҙҙан яһалған һындарға һаҡсылыраҡ ҡарарға, ватмаҫҡа кәңәш итер инек, - ти ул.
Читайте нас: