ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
22 Февраль 2018, 14:32

Башҡарылған эштәр - күҙ алдында

Уҙған йыл районда дәүләт проекттарын ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бирелде. Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов эш сәфәре менән булғанда ошо йүнәлештәге эш һөҙөмтәләре менән яҡындан танышты.

Уҙған йыл районда дәүләт проекттарын ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бирелде. Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов эш сәфәре менән булғанда ошо йүнәлештәге эш һөҙөмтәләре менән яҡындан танышты. Район Хакимәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов оҙатыуында делегация район өсөн мөһим тип һаналған социаль объекттарҙа булды. Гагарин исемендәге парк һәм Воскресенский ауыл дауалау амбулаторияһы - ошо исемлектә. Уҙған йыл уларҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлауға республика бюджетынан аҡса бүленгәйне.
“Заманса ҡала мөхите” проекты сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре башланған паркты ҡарағандан һуң ҡунаҡтар ҙур ҡәнәғәтлек белдерҙе. Тотош ғаилә өсөн ял һәм спорт уйындары ҡоролмалары урынлаштырылған. Парк халыҡтың яратҡан урынына әүерелгән.
Сәфәрҙең икенсе туҡталышы - Воскресенский ауылындағы врач амбулаторияһы. 1874 йылда нигеҙ һалынған бина капиталь ремонт, төҙөкләндереү талап итә ине. Яҡын-тирәләге ауыл халҡы дауаланыу өсөн тап ошонда мөрәжәғәт итә. Уҙған йыл республика бюджетынан бүленгән аҡсаға йылы һәм һыуыҡ һыу, йылытыу системаһы, тәҙрәләр, канализация селтәрҙәре алмаштырылған. Бында заманса процедура, бәй һалыу, акушер, теш дауалау, йылытыу, функциональ диагностика бүлмәләре бар. Электр селтәрҙәре, ҡыйыҡ та яңыртылған.
Район үҙәк дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин бай тарихлы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Һуңынан ҡунаҡтар ауылдың әһәмиәтле тарих биттәре һаҡлаған башҡа объекттарында ла булды.
Читайте нас: