ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
22 Февраль 2018, 14:50

Районда Хакимиәт көндәренә старт бирелде

Тәге көндә район Хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө Первомай ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты. Капиталь ремонттан һуң бөтөнләй икенсе төҫ алған Самаро-Ивановка ауыл клубында бындай сара беренсе тапҡыр.

Тәге көндә район Хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков етәкселегендәге мәғлүмәт төркөмө Первомай ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты. Капиталь ремонттан һуң бөтөнләй икенсе төҫ алған Самаро-Ивановка ауыл клубында бындай сара беренсе тапҡыр. Йылы, яҡты, таҙа мәҙәниәт усағына халыҡ теләп йөрөй, бында осрашыуҙар йыш уҙа.
Геннадий Александрович йыйылышты райондың йыллыҡ социаль-иҡтисади эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡауҙан башланы.
“Район - төрлө кимәлдә ойошторолған конкурстар еңеүсеһе. Ауыл хужалығы тауары етештеү буйынса беҙ алдынғылар исемлеген лайыҡлы биләйбеҙ. Уҙған йыл аграрийҙар 180 мең тоннанан ашыу иген йыйыуға иреште, гектар ҡеүәте - уртаса 31 центнер. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса уңыштар республика Хөкүмәте Дипломы менән билдәләнде.
Социаль инфраструктураны үҫтереү дауам итә: ауыл клубтары һәм мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт усаҡтары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ремонтлана, юлдар тәртипкә килтерелә. Ошо йүнәлештә Корнеевка, Яңы-Казанковка, Бәләкәй Моҡас, Воскресенский, Александровка, Түләк, Дарьино, Нөгөш тораҡ пункттарында эш башҡарылды. “Ауыл биләмәлеренең тотороҡло үҫеше” федераль программаһы сиктәрендә 38 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Тап ошо проектҡа ярашлы, Тамъян ауылында балалар баҡсаһы төҙөлдө. Бөгөн Самойловка ауылын программаға индереү маҡсатында проект эштәре алып барыла.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше сауҙа баҙарын үҙебеҙҙә етештерелгән тауар менән тәьмин итеүгә тос өлөш индерә, эшһеҙлек кимәлен кәметә, яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә. Уҙған йыл 19 эшҡыуар 5 миллион 305 мең һумлыҡ финанс ярҙам алды. Йылдан-йыл төҙөлөш эштәре әүҙемләшә, сафҡа тапшырылған торлаҡ 58 мең метр квадрат тәшкил итте.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ та яңырыу кисерә. Блоклы 3 ҡаҙанлыҡ төҙөү, һыу алыу башняһы, канализация коллекторы, ауылдарҙа һыу торбалары алмаштырыу проекты әҙерләнә. “Төбәк операторы” фонды иҫәбенә 20 күп фатирлы йортта ремонт эштәре башҡарылды”, - тип, был йүнәлештә эштәрҙең артабан дауам ителәсәге тураһында белдерҙе.
Первомай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Михаил Маврин сығышын биләмәнең дөйөм үҫешенә байҡауҙан башланы. Бында 3080 кеше йәшәй: 1657 эшсе, 720 пенсионер, 277 мәктәпкәсә йәштәге бала, 219 уҡыусы. 46 күп балалы ғаилә иҫәпләнә. Шулай ҙа иткән йыл тыуған балаларҙың һаны быға тиклемге күрһәткестән байтаҡҡа кәм теркәлгән.
Биләмәлә 2 ауыл мәҙәниәт йорто, 3 клуб, 1 китапхана, 6 фельдшер-акушер пункты эшләй. 2 урта мәктәп, 2 башланғыс белем биреү учреждениеһы, 50 урынға тәғәйенләнгән балалар баҡсаһы бар. Уҙған йыл 7 күп балалы ғаиләгә участка бүленде, быға тиклем программа буйынса 116 ғаилә йорт төҙөүгә ер алды.
Биләмәлә юлдарҙы ремонтлау - иғтибар үҙәгендә. Түләк, Самойловка ауылдарының айырым урамдарында юлдар тәртипкә килтерелде. Граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереүгә 38 миллионға яҡын аҡса тотонолған. Төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, Самаро-Ивановка ауылында зыяратты кәртәләү, Ҡыҙрай, Бельский ауылдарына балалар майҙансығы урынлаштырыу буйынса эш башҡарылған.
2018 йылда халыҡ мөрәжәғәте буйынса юлдарҙы ремонтлау, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында майҙансыҡты яңыртыу, Түләк, Самаро-Ивановка ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыу, Дмитриевкала юлға ҡырсын түшәү, Ужа ауылында балалар майҙансығы урынлаштырыу күҙаллана.
Первомай биләмәһе халҡын борсоған мәсьәләләр ҙә бар: маршрут автобустарының даими йөрөмәүе, берәҙәк эттәр проблемаһы. Һуңғыһы буйынса эш алып барылыуы тураһында билдәләнде. Мәктәп балаларына ғына түгел, шәхси йорт хужалары, уларҙың малына ла хәүеф янай бөгөн. Граждандар интернеттың насар эшләүе, тейешле юл билдәләре булмауы тураһында борсолоу белдерҙе.
Ҡабул итеүҙән һуң мәғлүмәт төркөмө етәкселәре халыҡ менән яҡындан аралашты.
ҺҮРӘТТӘ: Николай Гераськинға депутат булараҡ мөрәжәғәт күп булды.
Автор фотоһы.
Читайте нас: