ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
27 Февраль 2018, 14:06

Сираттағы Хакимиәт көнө Ергән ауыл биләмәһендә үтте

Беренсе мәғлүмәт төркөмө етәкселәре ауыл халҡын мәҙәниәт йортона йыйҙы

Һәр кемгә теләгән һорауына яуап алырға мөмкинлек тыуҙырылды. Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙенең сығышында үткән йылға йомғаҡ яһап, 2018 йылға пландар менән таныштырҙы. Ергән ауыл биләмәһе башлығы Роман Рәжәпов докладын һәр өлкәләге статистика мәғлүмәте менән таныштырҙы, төҙөкләндереү эштәренең тормошҡа ашырылыуына, социаль ярҙамға мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеүгә туҡталды, 2018 йылға пландары менән уртаҡлашты. Салауат колхозы рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин сығышында етештерелгән продукцияның үҙҡиммәте ҡапланмауы - көнүҙәк мәсьәлә булыуын билдәләне. Ветеринария идаралығының төп дәүләт инспекторы бүлек начальнигы Ирек Багауов мал ауырыуҙарының таралыу хәүефен һәм уларҙы иҫкәртеү сараларын- прививкаларҙы ваҡытында эшләтеүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ 1 июлгә тиклем һәр малдың шәхси һаны булырға тейешлеген иҫкәртте.
Халыҡты күберәк урамды яҡтыртыу, асфальт түшәү, берәҙәк эттәрҙең күбәйеүе, тиҙ ярҙам машинаһының етмәүе, мәктәптә ашау өсөн түләүҙе сбербанкта, почта ла ҡабул итмәү проблемалары, шулай уҡ пенсия фондына пенсия күләме буйынса һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Һәр бер һорауға үҙ компетенцияһынн сығып белгестәр яуап бирҙе. Ҡабул итеүҙән һуң мәғлүмәт төркөмө етәкселәре халыҡ менән яҡындан аралашты.
Читайте нас: