ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
13 Март 2018, 13:31

Аныҡ эштәр менән өлгө күрһәтергә

Денис ауыл биләмәһендә Хакимиәт көндәре Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы урындағы үҙешмәкәрҙәрҙең бай йөкмәткеле концерты менән башланды.

Денис ауыл биләмәһендә Хакимиәт көндәре Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы урындағы үҙешмәкәрҙәрҙең бай йөкмәткеле концерты менән башланды.
Биләмә халҡы элек-электән үҙенең һәүәҫкәрҙәре менән дан тота. Улар - төрлө кимәлдәге конкурс, фестиваль лауреаттары. Ҡул эштәре күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнашалар.
Һуңғы йылдарҙа биләмәлә ауыл спортын үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Балалар, йәштәр, өлкәндәр сәләмәт тормош алып барһын өсөн төрлө шарттар булдырыла. Мәктәп спорт залдарын үҙгәртеп төҙөү - шуға асыҡ миҫал. Был хаҡта мәғлүмәт-эш төркөмө етәксеһе, район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков сығышында билдәләп үтте. Богородский мәктәбе мөдире Гәүһәр Шәйхәлиева спорт залын ремонтлауға булышлыҡ иткәне өсөн район етәкселегенә педагогия коллективының, атай-әсәйҙәрҙең һәм уҡыусыларҙың рәхмәтен еткерҙе.
Ауыл биләмәһе башлығы Надежда Ядыкина үткән йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны, быйылға яңы бурыстарҙы билдәләне. Тораҡ пункттарҙағы эштәр ауыл халҡы менән берлектә кәңәшләшеп башҡарыла. Биләмә халҡы “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында, “Аныҡ эштәр” проектында әүҙем ҡатнашҡан. Казанковкала юлға асфальт түшәлгән, Богородскийҙа клуб төҙөкләндерелгән, юл билдәләре ҡуйылған.
Денистар быйыл да республика программаларында ҡатнашырға иҫәп тота. Янғын һүндереү машинаһына прицеп алырға, Богородский мәктәбенең, балалар баҡсаһының тәҙрәләрен алмаштырырға, Петропавловка зыяратын кәртәләргә, Сәйет ауылына ингән урында юлды төҙөкләндерергә һәм башҡа бурыстар билдәләгәндәр.
Отчет сығыштарҙан һуң йыйылышта ҡатнашҡандар мәғлүмәт-эш төркөмө вәкилдәренә борсоған һорауҙарын бирҙе. Михайловкала йәшәгәндәр Интернет үткәреүҙәрен һораны. Бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙе тотоу хаҡында мөрәжәғәт итеүселәр булды. Шулай уҡ райондың башҡа тораҡ пункттарындағы кеүек, Денис ауылы биләмәһе халҡы ла терапевтарҙың, стоматологтарҙың күсмә ҡабул итеүен ойоштороу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды. Сәйет - Богородский - Мәләүез маршруты автобусы хәрәкәтен яҡшыртыу мәсьәләһе буйынса ла фекерҙәр яңғыраны.
Йыйылышты йомғаҡлап, төркөм етәксеһе Геннадий Александрович биләмә халҡына артабан да уртаҡ фекергә килеп, килешеп эшләүҙәрен теләне. Президент һайлауында илебеҙҙе етәкләрҙәй, уның иҡтисади, оборона, рухи ҡеүәтен арттырырҙай кеше өсөн берҙәм тауыш бирергә саҡырҙы.
Читайте нас: