Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Март 2018, 16:02

Ауыл хужалығы туризмын үҫтереү мотлаҡ

Хакимиәт көндәренең һуңғыһы райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан Нөгөш ауыл биләмәһендә уҙҙы.

Хакимиәт көндәренең һуңғыһы райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан Нөгөш ауыл биләмәһендә уҙҙы.
Сара алдынан мәғлүмәт төркөмө етәксеһе Игорь Федоров граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте.
Бер төркөм ата-әсәйҙәр балалар баҡсаһы учреждениеһы участкаһында үҫкән шыршыларҙың балалар хәүефһеҙлеге өсөн ҡурҡыныс янауына бәйле, борсолоуын белдерҙе. Шулай уҡ балалар майҙансығындағы уйын һәм спорт ҡоролмаларының заман талаптарына яуап бирмәү сәбәпле, уларҙы замансаға алмаштырыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны.
Район Хакимиәтенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары Игорь Николаевич йыйылыусыларҙы район-ҡаланың уҙған йыл йомғаҡтары, 2018 йылда тормошҡа ашырыласаҡ план-маҡсаттар менән таныштырҙы.
Ауыл биләмәһе Нөгөш ауылын (халыҡ һаны - 1287 кеше), Һәргәй ауылын – (258 кеше), һәм 2 кеше теркәлгән Кәшәлә утарын берләштерә. Хакимиәт башлығы Әсҡәт Ҡормаев дөйөм мәғлүмәттән тыш биләмәнең инфраструктураһы, бюджеты, йәмәғәт ойошмалары, төҙөкләндереү, көнүҙәк мәсьәләрен яҡтыртты.
Биләмәлә ял итергә теләүселәр артыу сәбәпле, ауыл хужалығы туризмын үҫтереү талап ителә. Ошо күҙлектән сығып, “Ресурс үҙәге” булдырыу өҫтөндә эш алып барыла. Бында “Башҡортостан” милли паркы, Нөгөш гидроузелы, туристик базалар, ҡунаҡхана комплекстары урынлашҡан. Улар бюджетты тулыландыра, әлбиттә, әммә, миҙгелдә генә йәшәү маҡсатында йорт төҙөүселәр, тәбиғәткә битарафтар артыуы, сүп-сар барлыҡҡа килеү йәһәтенән халыҡта борсолоу тыуҙыра.
Быға тиклемге Хакимиәт көндәрендә яңғыраған һорауҙарҙың береһе Космонавтар урамында йәйәүлеләр өсөн тротуар һалынған. Шулай уҡ Нөгөш һыуһаҡлағысының төҙөлөүҙең 55 йыллығына обелиск төҙөлөүе, урамдарҙы яҡтыртыу маҡсатында өҫтәмә 10 нөктә сафҡа тапшырылыуы, юлдар төҙөкләндерелеүе, биләмәлә “ЭкоСити” ойошмаһының сүп-сар йыйыу, сығарыу, утилләштереү йәһәтенән уңышлы ғына эшләүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Йәшәүгә яраҡһыҙ йорттарҙағы граждандарҙы күсереү, ауыл хужалығы туризмын үҫтереү буйынса эштәр башҡарыла.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе - берәҙәк эттәр проблемаһы. Ял итергә килеүселәр, миҙгелдә генә йәшәүселәр тарафынан ташланған эттәр кешеләргә ташлана, малға зыян килтерә. Муниципаль мунса ла бюджет аҡсаһын “ашай”. Уны тәртиптә тотоу йылына 310 мең һумға төшә, ә килем сығымды ҡапламай. Ҡасабала бөгөнгә тиклем пляж юҡ.
Яҡын киләсәктә христандар зыяратын кәртәләү, Һәргәй ауылында инеште тәрәнәйтеү һәм кәртәләү, юлға ҡырсынташ түшәү, ҡасабала юлдарҙы тәртиптә тотоу күҙаллана.
Халыҡ шулай уҡ юл ремонты, автобус хәрәкәтендәге өҙлөклөк, эсәр һыу сифаты, ҡуртымға ер, утын алыу тәртибе, Һәргәй ауылы йүнәлешендә юл, ремонтланған ФАП- та уйлап еткерелмәгән мәсьәләләр, интернет бәйләнеше булмауына борсолоу белдерҙе.
Хакимиәт көндәрендә бында биләмә үҫешенә тос өлөш индергән граждандарҙы ҡотлау тантанаһы изге йолаға әүерелгән, сиратағыһында ла унан ситләшмәнеләр.
Саранан һуң да мәғлүмәт төркөмө белгестәре халыҡ менән аралашты, консультация ярҙамы күрһәтте.
Шәхси ҡабул итеү барышы; аралашыу саранан һуң да дауам итте.
Автор фотоһы.
Читайте нас: