ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Март 2018, 14:26

Планды үтәргә ҙур маҡсат ҡуйылды

Шәкәр заводы хеҙмәткәрҙәре тамаша залында халыҡ менән осрашыу үтте Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов етәкселегендәге мәғлүмәт-эш төркөмө йыйылышта халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Шәкәр заводы хеҙмәткәрҙәре тамаша залында халыҡ менән осрашыу үтте
Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов етәкселегендәге мәғлүмәт-эш төркөмө йыйылышта халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Ринат Сәйфетдинов йылдың мөһим ваҡиғаларға бай булыуын билдәләне, башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Йылдың уңышлы булыуын билдәләне.
“Шәкәр заводы” йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Килин башҡарылған эштәргә туҡталды:
- Декабрь аҙағына тиклем шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрттек һәм планды үтәнек. 46 мең тонна шәкәр алынды. Башҡортостанда Раевка һәм Шишмә шәкәр заводттары ла ҡуйылған бурысты башҡарып сыҡты. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеүҙе планлаштырабыҙ 20 сентябрҙән башларға. Коллектив берҙәм, тырыш һәм маҡсатҡа өлгәшербеҙ, тип уйлайым.
Ринат Сәйфетдинов йыйылышты йомғаҡлап, халыҡтың әүҙем ҡатнашыуына рәхмәт белдерҙе.
Һүрәттә: Ҡала биләмәһенең хакимиәт башлығы урынбаҫары Рәмил Ғайсинға һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр күп булды.
Автор фотоһы.
Читайте нас: