ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
5 Апрель 2018, 13:08

“Дан” ял һәм мәҙәниәт паркы үҙгәреш кисерә

Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса тауыш биреүгә йомғаҡ яһалды һәм тауыш биреүҙә 38 биләмә еңде - уларҙа төҙөкләндереү эштәре уҙғарыласаҡ.

Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса тауыш биреүгә йомғаҡ яһалды һәм тауыш биреүҙә 38 биләмә еңде - уларҙа төҙөкләндереү эштәре уҙғарыласаҡ.
Ҡала хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужинға ошо программа, ҡалала башҡарыласаҡ эш күләме тураһында бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек:
- Халыҡ “2018-2022 йылдарға уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһын нисек ҡабул итте?
- Мәләүездә 306 күп фатирлы йорт, 19 йәмәғәт биләмәһе бар. Ҡала хакимиәте “2018-2022 йылдарға уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ихата һәм йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн юл картаһын булдырҙы.
Халыҡҡа гәзит аша ошо турала мәғлүмәт тәҡдим ителде, ихата һәм йәмәғәт биләмәләре, ер участкалары, күсемһеҙ милек объекттарына инвентаризация үткәрелде, төҙөкләндереү тәртибе тураһында норматив хоҡуҡи акт раҫланды.
Был программаға ҡаланың 244 күп фатирлы йорт һәм 11 йәмәғәт биләмәһе индерелгәйне.
- Төҙөкләндереү эштәре ниндәй кимәлдә башҡарыласаҡ?
- Ағымдағы йылда 36 ихата һәм 1 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ҡаралған. Уға бөтәһе 20 миллион 747 мең һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Федераль бюджеттан 17 миллион 334 меңгә яҡын, республика бюджетынан - 3 миллион 412 мең, ҡала хакимиәтенән 700 мең һум бүлеү ҡаралған. Шулай уҡ ихаталарҙы төҙөкләндереүгә милекселәрҙең индергән өлөшө 627 мең 764 һум тәшкил итә.
Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү планы 2017 йылдың 27 декабрендә раҫланды һәм артабан “2018-2022 йылдарға уңайлы ҡала мөхите булдырыу” муниципаль программаһына индерелде.
Ҡала халҡынан йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә тәҡдимдәр 9 февралгә тиклем 8 стационар, 6 мобиль пунктта ҡабул ителде. Йәмәғәт фекерен асыҡлау маҡсатында халыҡтан 10 мең 200 тәҡдим ҡабул ителде, сарала 44 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Тауыш биреүгә “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркы, Спорт һарайы янында Мәләүез йылғаһы яры, “Ағиҙел” ҡунаҡханаһы алдындағы скверҙы төҙөкләндереү индерелде.
Йәмәғәт комиссияһы ултырышында тап ошо программа буйынса 18 мартта һайлау участкаһы бинаһының 21-дә тауыш биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Тауыш биреүҙә ҡаланың 25462 гражданы әүҙемлек күрһәтте.
Шуларҙың 15 мең 66 -һы (59,6 процент) “Дан” мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүгә, 7479 кеше (30 процент) Спорт һарайы районында Мәләүез йылғаһы ярын төҙөкләндереүгә, 2440 кеше (10,4 процент) “Ағиҙел” ҡунаҡханаһы биләмәһендәге скверҙы төҙөкләндереү яҡлы ине.
-“Дан” ял һәм мәҙәниәт паркын төҙөкләндереү күпмегә төшәсәк?
- Сумма аҙ түгел - 8 миллион 100 мең һум бүлеү ҡаралған. Бөгөн был йүнәлештә смета проектлау документтары әҙерләүгә килешеү төҙөлә.
- Бында нимәләр үҙгәрәсәк?
- Парк элек-электән мәләүездәрҙең яратҡан урындарының береһе. Бында ғаиләләре менән ял итергә, спорт менән шөғөлләнергә теләгәндәр һаны арта.
Дизайн проектҡа ярашлы түбәндәге эш фронтын башҡарыу ҡаралған: паркка инеү урынын алмаштырыла, Беренсе Май урамы яғынан автомобилдәр өсөн туҡталыш урыны, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ, ял итеү урындары, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыу, балаларға спорт уйын майҙансыҡтары, стритбол, пляж волейболы, ролик, скейтта шыуыу, велосипедта йөрөү, оҙонлоҡҡа һикереү, мини футбол, хәрәкәттәре сикләнгәндәр өсөн тренажер майҙансыҡтары буласаҡ.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Ҡала халҡының йәшәйеше, үҫеп килгән быуында кескәй Ватанына һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү маҡсатында башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһенә ышанабыҙ.
Белешмә өсөн: “2017 йылға Мәләүез ҡалаһы ҡала биләмәһендә заманса ҡала мөхите булдырыу” муниципаль программаһына 23 ихата, шул иҫәптән йәмәғәт биләмәһе - Гагарин исемендәге парк индерелде. Был эштәргә 37 миллион 720 мең аҡса сарыф ителә. Шуның 25 миллион 509 мең һумы - ихаталарҙы, 12 миллион 210 мең һумы - йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Федераль бюджеттан 28 миллион 910 мең һум, республиканан 5 миллион 921 мең һум бүленә. Ҡала хакимиәте бюджетынан смета проектлау , тикшеренеү эштәренә һәм эштең смета хаҡы дөрөҫлөгөн билдәләүгә 1 миллион 666 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән. Милекселәр йыйымы 1 миллион 159 мең һум тәшкил итә.
Читайте нас: