ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Тырыш хеҙмәткә илһам алып

1 майҙа ҡаланың Үҙәк майҙанында, ысын мәғәнәһендә, яҙ һәм хеҙмәт байрамы тантана итте.

1 майҙа ҡаланың Үҙәк майҙанында, ысын мәғәнәһендә, яҙ һәм хеҙмәт байрамы тантана итте.
Унда уңғандарҙы бүләкләү, байрам концерты, ауыл хужалығы йәрминкәһе, ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәһе ойошторолдо.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов мәләүездәрҙе яңырыу һәм ижади хеҙмәтте берләштергән, ауыл хеҙмәтсәндәре киләһе уңышҡа нигеҙ һалған байрам менән ҡотланы. Быйылғы яҙ район-ҡала халҡына тыныс хеҙмәт шатлығын бүләк итеүен теләне.
Ҡотлау сығышынан һуң тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән төбәк үҫешенә үҙ өлөшөн индергән бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне. Район Хакимиәте бүлек начальнигы Василиса Иванцова - “Башҡортостан муниципаль берәмек советы” ассоциацияһының, күп профилле колледж уҡытыусыһы Надежда Елистратова Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Йәштәр советы рәйесе Алена Сахароваға “Иң яҡшы Йәштәр советы” республика конкурсы еңеүсеһе дипломы тапшырылды. Был көндә шулай уҡ район Хакимиәте Маҡтау грамоталарын алыусылар күп булды.
Бынан тыш, биш ғаилә, атап әйткәндә, Акшенцевтар, Койлыбаевтар, Көмөшбаевтар, Мусиндар, Хәлиловтар ғаиләләре район етәксеһе ҡулынан, “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһына ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләү биреү тураһында таныҡлыҡ алды.
Ҡотлау һүҙҙәренә район Советы рәйесе, профсоюз ойошмаларының территориаль берекмәһе рәйесе Александр Суботин, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы башҡарма комитеты рәйесе Сергей Макаров һәм Рәсәй Коммунистар партияһы Мәләүез бүлексәһе беренсе секретары Анатолий Вескин ҡушылды.
Байрам сараһын Ҡала мәҙәниәт һарайының иң яҡшы үҙешмәкәр коллективтары әҙерләгән концерт дауам итте. Унда һәүәҫкәрҙәр төрлө халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарһа ла, бөтәһе лә тырыш хеҙмәткә, тыныс тормошҡа дан йырланы.
Һүрәттә: Анастасия һәм Александр Акшенцевтар - торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләү алыу тураһында таныҡлыҡ алған бәхетле ғаиләләрҙең береһе.
Автор фотоһы.
Читайте нас: