ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Йәрминкә - ул муллыҡ байрамы

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы айҡанлы ойошторолған йәрминкә ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер ойошмаларының уңышлы эшләүен күрһәтте.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы айҡанлы ойошторолған йәрминкә ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер ойошмаларының уңышлы эшләүен күрһәтте. Унда шулай уҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәте, эшҡыуарҙар ҙа теләп ҡатнашты, сөнки улар мәләүездәрҙең һайлау мөмкинлеге ҙур булған ошондай сараларға, күргәҙмә һатыуҙарға өҫтөнлөк биреүен белә.
Йәрминкә бай ине. Салауат исемендәге колхоз, “Иҙел” агрофирмаһы, “Нурлы” һәм Рогов, Ханнанов, Ғирфатовтарҙың фермер-крәҫтиән хужалыҡтары мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрағандарға иген һатты. Шулай уҡ һөт һәм һөт ризыҡтары, йәшелсә, бал, үҫемлек майы һатҡан рәттәрҙән кеше өҙөлмәне.
Шулай ҙа был көндә иң күп һатып алыусылар, моғайын, емеш ағастары һәм ҡыуаҡтар һатылған ерҙә булғандыр, сөнки, ҡар иреп, ер-һыу кибеү менән, баҡсасылар миҙгеле башланды. Был күренеште лә бик ыңғай баһаларға мөмкин: тимәк, мәләүездәрҙең кәйефе күтәренке, иртәгәһе көнгә план ҡора, ышана, ағас ултырта, унан мул уңыш алыуға өмөт итә. Сәскә орлоҡтарын һәм үрсетмәләрен дә сират тороп алдылар. Йәшәгән, эшләгән урындарын гөл-сәскәгә күмергә теләгәндәр үҙҙәренең тырыш һәм илһамлы хеҙмәткә көйләнгәнен күрһәтте. Был да бик мөһим.
Балалар өсөн күңел асыу саралары ойошторолдо, аттракциондар эшләне. Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары, эшҡыуарҙар шешлек, эҫе сәй шулай уҡ бәлеш, өсмөйөш, ҡоймаҡ кеүек милли аҙыҡтар тәҡдим итте. Яҙғы йәрминкә бөтәһенә лә оҡшаны. Мәләүездәр үҙҙәренә кәрәкле аҙыҡ-түлек алып, концерт ҡарап, бер-береһе менән аралашып, күтәренке кәйеф менән таралды.
Һүрәттә: Сәскә һәм емеш ағастары-ҡыуаҡтарын алырға теләгәндәр сират торҙо.
Автор фотоһы.
Читайте нас: