Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
10 Июнь 2018, 22:52

Һабантуйҙың тантаналы өлөшө тамамланыу менен мәләүездәр яратҡан бәйге башланды

Иң башта ат спорты комплексы тәрбиәләнеүселәре күрһәтмә сығыш тәҡдим итте. Артабан юртаҡтарҙа саф тоҡомло аттарҙа сабыштылар.

Иң башта ат спорты комплексы тәрбиәләнеүселәре күрһәтмә сығыш тәҡдим итте. Артабан юртаҡтарҙа саф тоҡомло аттарҙа сабыштылар. Бригадирҙар ярышынан һуң сабыш аттары бәйгеһе ойошторолдо. Һәр төр ярыш тамашасыларҙың ҡул сабыуы менән оҙатылды. Шулай итеп, бригадирҙарҙан А. Щепин Трудовик еңеүсе булды. Юртаҡтарҙа беренсе булып финишҡа Валерий Рогожин килде. Саф тоҡомлоларҙа сабышта Альберт Абдуллин еңеүсе булды. Ә бәйгелә төп призды Рәфҡәт Ҡорбанаев яуланы. Шулай уҡ халыҡтың яратҡан тамашаһы Ҡыҙ ҡыуыу йолаһы башҡырылды. Уны ат спорты комплексы спортсылары күрһәтте.


Бәйгенән һуң халыҡ төрлөһө төрлө яҡҡа таралды. Берәүҙәр райондың иң яҡшы коллективтары әҙерләгән концертҡа йүнәлде. Икенселәр спорт ярыштарын. Халыҡ уйындарын тамаша ҡылды. Өсөнсөләр сауҙа рәттәрен байҡаны. Шулай ҙа иң күп кеше көрәш майҙанында булғандыр. Был көндә илленән ашыу батыр бил һынаны.


Ҡолғаға үрмәләүселәр, дөрөҫөрәге менергә теләүселәр күп булды. Унда төп приз әтәсте Данир Миңлейәров алды.
Читайте нас: