ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
10 Июнь 2018, 22:28

Хеҙмәт батырының даны яңғыраны

Районда шаулап-гөрләп күркәм сара - Һабантуй - үтте. Республика кимәлендә фиҙаҡәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, күп милләтле, эшһөйәр Мәләүез халҡы борондан һаҡланып килгән байрамға йыйылды. Улар был көндө игенселек һәм малсылыҡ тармағында уңышлы һөҙөмтәгә, юғары күрһәткестәргә өлгәшеп ҡаршыланы.

Районда шаулап-гөрләп күркәм сара - Һабантуй - үтте. Республика кимәлендә фиҙаҡәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, күп милләтле, эшһөйәр Мәләүез халҡы борондан һаҡланып килгән байрамға йыйылды. Улар был көндө игенселек һәм малсылыҡ тармағында уңышлы һөҙөмтәгә, юғары күрһәткестәргә өлгәшеп ҡаршыланы.


Байрам шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ғәлин, БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге начальнигы Азат Мөхәмәтшин, республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Таһир Ғизәтуллин, башҡа республика ведомстволары етәкселәре, күренекле яҡташтар килде.


Тантана Һабантуй флагын күтәреүҙән башланды. Был изге бурысты башҡорт милли музыка ҡоралы ҡурай моңо оҙатыуында хеҙмәт алдынғылары - эшҡыуар Д.Т. Кәшәфетдинов хужалығы машина менән һауыу операторы Рузана Кәшәфетдинова, “Дружба” йәмғиәте механизаторы Айрат Әхмәтшин, Салауат исемендәге кооператив яһалма ҡасырыу технологы Ришат Ғәйнуллин, көрәш һәм билбау көрәше буйынса Башҡортостан чемпионы Олег Суботин башҡарҙы.


Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов байрамға йыйылыусыларҙы сәләмләне, үткән йылғы йомғаҡтарға байҡау яһаны, быйылғы ҡаҙаныштарҙы яҡтыртты. Район үҫешенә тос өлөш индергән ауыл хужалығы, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларын билдәләп үтте. Тәрән рәхмәтен белдереп, ауыл хужалыҡтарына, хеҙмәт алдынғыларына наградалар тапшырҙы.


Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ғәлин сығышында республиканың бөтә күрһәткестәр буйынса Рәсәй субъекттары араһында лидерҙар исемлегендә булыуына туҡталды. Башҡортостан -иҡтисади яҡтан тотороҡло үҫешкән төбәк. Уҙған йылда Рәсәй ауыл хужалығы продукцияһын күпләп экспортҡа сығара башланы. Беҙҙең ерлектә етештерелгән сеймал сифатлы, тип билдәләнә. Был, һис шикһеҙ, көслө команданың берҙәм эш һөҙөмтәһе.


БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү бүлеге начальнигы Азат Мөхәмәтшин да мәләүездәргә ҡайнар сәләмен, рәхмәтен еткерҙе.


Республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Таһир Ғизәтуллин Мәләүез ерен айырыуса яҡын күреүенә баҫым яһап, ҡасандыр район үҫешенә олатаһы Хәмзә Ғизәтуллиндың тос өлөш индереүен хәбәр итте.


Тантанала үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағында уҙғарылған иҡтисади ярышҡа йомғаҡ яһалды, еңеүселәр билдәләнде. Уларҙы район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов һәм агросәнәғәт профсоюздарының район комитеты рәйесе Александр Суботин ҡотлап бүләкләне.


“Мәләүез районы һәм ҡалаһы Почетлы гражданы” исеме Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Елена Барановаға, республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рауил Ғөбәйҙуллинға, торлаҡ-коммуналь хужалығы эшсеһе Николай Кочетковҡа бирелде. “Әсәлек даны” миҙалы менән бишәр бала тәрбиәләгән Светлана Кулешова һәм Вера Аҡсулпанова бүләкләнде. Ирина Ғәбделхаҡова менән Ғәсрәт Велиеваның күп балалы ғаиләләренә торлаҡ һатып алыу өсөн сертификаттар тапшырылды.
Сараның рәсми өлөшөнән һуң башҡорт йолаһын сағылдырған музыкаль композиция сәхнәләштерелде. Балаларҙың күмәк бейеүен халыҡ алҡыштарға күмеп ҡараны.


Һабантуй парадын иң боронғо ер эшкәртеү ҡоралы һуҡа башланы, уның артынса заманса техника теҙелде, юғары уңыштарға өлгәшкән ауыл хужалыҡтары, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау белгестәре, спорт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Хеҙмәт батырҙарына дан йырланды.


Әлиә ӘМИРОВА.

Автор фотолары.

Читайте нас: