ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
13 Июнь 2018, 12:58

Беҙ - көслө ил граждандары

Ҡала майҙанында Рәсәй көнөнә арналған сара үтте. Күп милләтле дәүләт берҙәм уй, ҡараш, эшмәкәрлек менән көслө. Төбәк халҡын һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп, район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сығыш яһаны.

Ҡала майҙанында Рәсәй көнөнә арналған сара үтте. Күп милләтле дәүләт берҙәм уй, ҡараш, эшмәкәрлек менән көслө.
Төбәк халҡын һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп, район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сығыш яһаны.
- Был байрам Ватанына тоғро, илдең тарихын, халҡын ҡәҙерләгән кешеләрҙе берләштерә. Һәр кем хеҙмәте, таланты менән дәүләтебеҙ ҡеүәтен арттырырға, үҫтерергә бурыслы.
Илебеҙҙә сәнәғәт, эшкәртеүсе предприятиелар, төҙөлөш индустрияһы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ышаныслы һәм тотороҡло аҙымдар менән алға бара. Мәләүез аграрийҙары ҡыҫҡа ваҡытта, сифатлы яҙғы сәсеү эштәрен атҡарҙы. Торлаҡ, социаль, мәҙәни, көнкүреш объекттары төҙөлә. Коммуналь хеҙмәт, предприятие, уҡыу йорттары, халыҡ ярҙамы менән ҡалабыҙ, ауыл пункттары төҙөкләндерелә. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт даими үҫеш юлында.
Лайыҡлы киләсәгебеҙ беҙҙән берҙәм, көсөргәнешле, фиҙаҡәр хеҙмәт, хоҡуҡтарҙы ғына түгел, бурыстарҙы ла аңлау талабын ҡуя. Шул осраҡта ғына беҙ алға ҡуйған маҡсатҡа ирешә, ҡаҙаныштарыбыҙҙы һаҡлай, район-ҡала, республика, Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫешенә йоғонто яһай алабыҙ,- тине ул.
Рөстәм Наил улы оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән ауыл йәштәре эше буйынса белгес Александр Торгашовты, ауыл хужалығы идаралығының беренсел ветерандар рәйесе Фәрит Ханнановты, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Айһылыу Ишбаеваны Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Артабан сараға йыйылған граждандарҙы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Сергей Макаров тәбрикләне. Йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләү өлкәндәрҙең изге бурысы. Күп милләтле, бай тарихлы илебеҙ көслө ҡулдарҙа булырға тейеш. Сергей Васильевич партияға яңы ингән ағзаларға билеттар тапшырҙы.
Байрам төрлө мәҙәни коллективтарҙың сығышы менән дауам итте. Мәләүездәр йыр-моң, бейеүҙе көслө алҡыштар менән ҡараны.
Автор фотолары.
Читайте нас: