ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
13 Июнь 2018, 12:43

Кешенең төп байлығын һаҡлаусылар

Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Район-ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бөтәһе 1300-ҙән ашыу кеше эшләй. Шуның 164-е - врач, 719-ы - урта, ҡалғандары һәм административ персонал.

Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.
Район-ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бөтәһе 1300-ҙән ашыу кеше эшләй. Шуның 164-е - врач, 719-ы - урта, ҡалғандары һәм административ персонал.
Иҫтәлекле дата айҡанлы ҡала мәҙәниәт һарайында йылдағыса байрам тантанаһы ойошторолдо. Кешенең төп байлығын - һаулығын һәм ғүмерен - һаҡлаусыларҙы район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин тәбрикләне. Ҡотлау сығыштарынан һуң медицина өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ эшмәкәрлеге өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә юғары награда тапшырҙылар. Был көндә врач-педиатр Зөһрә Ишманова “Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” исеме бирелде. Терапевт Гөлсөм Вәлиева, медицина статистигы Миңзәлә Халиҡова, стоматолог Надежда Харитонова Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Һөнәри оҫталығы өсөн район Хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын алғандар ҙа күп булды.
Сығыш яһағандар һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһе булыуын билдәләне. Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙең маҡсатлы программалары уңышлы бойомға ашырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Был тармаҡтың йылдан-йыл үҫеүе, яңы дауалау учреждениелары төҙөлөүе, үҙгәртеп ҡоролоуы, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы демография күрһәткесендә лә сағылыш таба.
Тантанала оҙаҡ йылдар мәләүездәр һаулығын һаҡлауға арнаған ветерандар адресына ла йылы һүҙҙәр яңғыраны. Бөгөн тап улар һалған күркәм традицияларға таянып эшләйҙәр. Сара ҡала мәҙәниәт һарайының иң яҡшы коллективтары, үҙешмәкәр артистары сығышы менән үрелеп барҙы һәм сағыу байрамға әйләнде.
Һүрәттәрҙә: Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Рәхмәт хатына лайыҡ булған терапевт Гөлсөм Вәлиева, медицина статистигы Миңзәлә Халиҡова һәм үҙәк район дауаханаһы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән Зөләйха Мөфтәхетдинова (уртала);
педиатр Зөһрә Ишманова "Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы" исеменә лайыҡ.

Автор фотолары.
Читайте нас: