Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
13 Июнь 2018, 01:11

Рәсәй көнө Мәләүездә

Рәсәй көнөн мәләүездәр йылдағыса киң билдәләне. "Ҡала мөхитен формалаштырыу" программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә үҙгәртеп төҙөлгән Гагарин исемендәге паркты асыу тантанаһы ойошторолдо.

Рәсәй көнөн мәләүездәр йылдағыса киң билдәләне. "Ҡала мөхитен формалаштырыу" программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә үҙгәртеп төҙөлгән Гагарин исемендәге паркты асыу тантанаһы ойошторолдо. Ял өсөн бында бөтә шарттар ҙа булдырылған. Велосипед, роликтарҙа йөрөү, йүгереү өсөн юлдар, футбол, волейбол майҙансығы, дөйөм физик әҙерлек өсөн спорт ҡорамалдары бар. Киләсәктә билдәле шәхес исемен йөрөткән парк ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнәсәгенә шик юҡ.

Был көн шулай уҡ 9-сы гимназия өсөн иҫтәлекле булды. Унда башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе Кинйә Арыҫлановҡа мемориаль таҡта асыу ваҡиғаһы үтте. Башҡорт гимназияһы Кинйә абыҙ исемен йөрөтөүе менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

Ике иҫтәлекле ваҡиғала ла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашты. Иҫтәлекле көн менән ҡотлап, мәләүездәргә тыныслыҡ, именлек, ғаилә бәхете теләнеләр.
Читайте нас: