ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Июнь 2018, 11:50

Байрам йәме - тирмәләр

Ялан буйлап теҙелгән тирмәләр Һабантуйға байрам йәме өҫтәне. Унда булған һәр кем тарихҡа тағы ла байҡау яһамайынса ҡалмай.

Ялан буйлап теҙелгән тирмәләр Һабантуйға байрам йәме өҫтәне. Унда булған һәр кем тарихҡа тағы ла байҡау яһамайынса ҡалмай. Шуға күрә оло байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырып, милли аш-һыуы менән һыйлайҙар һәм йола байрамдары күрһәтәләр.
Быйыл Һабантуйға бөтәһе ундан ашыу тирмә ҡоролғайны. Шуныһы үкенесле - йылдан-йыл уларҙың һаны кәмей бара.
Жюри ағзалары быйыл иң ҙур баһаны Салауат исемендәге, «Ашҡаҙар» кооперативтарына, «Иҙел» йәмғиәтенә ҡуйҙы.
Азалия ХӘЙРУЛЛИНА.
Даниловка ауылы ҡыҙы, китапханасы Рита Ибәтуллина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: