ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Июнь 2018, 13:22

Күңелдәр сафланды

Изге рамаҙан айы тамамланыуҙы ислам динендә ҙур байрам менән билдәләйҙәр. 15 июндә район һәм ҡала мәсеттәре иман нуры менән тулды, мосолмандар Ураҙа ғәйетенә йыйылды.

Изге рамаҙан айы тамамланыуҙы ислам динендә ҙур байрам менән билдәләйҙәр. 15 июндә район һәм ҡала мәсеттәре иман нуры менән тулды, мосолмандар Ураҙа ғәйетенә йыйылды.
Ҡала мәсетендә лә был көн ихата тулы халыҡ ине. Фитыр саҙаҡаһы биреп өлгөрмәгәндәр һуңғы мәлде файҙаланып ҡалырға ашыҡты. Үҙ-ара аралашыу, ҡотлауҙар, изге теләктәр байрам кәйефе таратты, кешеләрҙе яҡынайтты, яҡты уй-ниәтте берләштерҙе.
Сарала район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡатнашты һәм, халыҡты байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Ислам диненең тәрбиәүи әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып, хаҡ тәғлимәт кенә ил именлеген, милләттәр татыулығын, тыныс тормош тәьмин итеүен, йәш быуынды яңғылыш аҙымдан һаҡлап ҡалыуын билдәләне. Район имам-мөхтәсибтәр рәйесе Рәфис Сафин республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың, Рәсәй Мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың, Башҡортостан Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллиндың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Йола буйынса ғәйет намаҙы, хөтбә, вәғәздәр уҡылды. Төркиәнән килеп, изге ай шатлығын уртаҡлашҡан Батман ҡалаһы мәсете имамы Аятулла Шашмаз Ҡөрьән аяттары уҡыны, күңелдәрҙе сафландырҙы. Ул, башҡорт халҡының азатлыҡ яратҡан батыр халыҡ булыуын билдәләп, тарихи шәхестәр Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлидиҙе лә иҫкә төшөрөп үтте. Рөстәм Наил улы сит ил ҡунағына рәхмәт белдерҙе һәм Мәләүез еренән иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.
Йолауи сараларҙан һуң байрамда ҡатнашҡандар мәсеттең дин әһелдәре һәм эшҡыуар Р. Кускилдин әҙерләгән тәмле былау менән һыйланды. Ололар араһында йәштәр, балалар булыуы - шатлыҡлы күренеш. Дөрөҫ йүнәлеш, әхлаҡи нигеҙҙең иртәрәк һалыныуы йәш быуынға экстремистар, террорсылар йоғонтоһона ҡаршы торорға, яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үтергә ярҙам итеренә ышаныс ҙур.

Блиц-интервью
Ҡөрьән-хафиз Аятуллаһ Шашмаз:
• Һеҙҙең илдә беренсе тапҡыр булыуға ҡарамаҫтан, мин үҙемде тыуған йортомда кеүек һиҙҙем. Барыһы ла бик оҡшаны.Тәбиғәте иҫ киткес, һоҡланып туймаҫлыҡ. Халыҡтың ҡунаҡсыл, кеселекле, ихлас булыуы ҡыуандыра, тәрән хөрмәт уята. Ай дауамында ниндәйҙер ғауға, бәхәс, фетнә күрмәнем. Шулай уҡ дингә, белемгә ынтылыусылар көндән-көн артыуы шатландыра.
Хәйҙәр ҠЫРҒЫҘБАЕВ, 71 йәш:
- 2007 йылда мәҙрәсәне тамамланым, йома намаҙҙарын ҡалдырмаҫҡа тырышам. Ике ҡыҙ үҫтерек, бөгөн байрамға кейәүем, ейән-ейәнсәрем менән килдем. Балаларға кесе йәштән дөрөҫ йүнәлеш биреү мотлаҡ, тип иҫәпләйем. Хәҙерге заманда айырыуса уяу булырға, тормош һынауҙарына әҙерләргә кәрәк. Йәштәрҙе аҙым һайын хәүеф һағалай, телевизорҙа ла, интернетта ла тик рәхәтлеккә, ләззәткә, матди байлыҡҡа ынтылыш, еңел тормош алға һөрөлә... быға сик ҡуйып булмаймы икән ул? Был - бик ҡурҡыныс йүнәлеш, шуға күрә балаларға хаҡ ҡиммәттәрҙе һеңдерергә тырыршабыҙ.
Айгизә Аҙнабаева, 10-сы класс уҡыусыһы:
• Ғәйет байрамында мин тәүге тапҡыр. Өләсәйем менән килдем. Алланың барлығына, берлегенә ышанам. Тиҫтерҙәрем дә инҡар итмәй, дингә тартылғандар ҙа юҡ түгел. Байрам оҡшаны, күңел тыныслығы, ниндәйҙер һиллек солғап алғандай еңеллек тойола.
Аллаһ исеме яҙылған тау итәгендә
Ауыл мәсеттәрендә лә Ураҙа ғәйете киң билдәләнде. Мәҫәлән, Түбәнге Таш ауылы халҡы тәүге көндә Зариф хәҙрәт Яҡшыбаев етәкселегендә йолауи саралар үткәрҙе. Икенсе көн Әбет мәсете имам-хатибы Зәбир хәҙрәт Яҡшыбаев ауылдаштарын Аллаһ ҡөҙрәте менән ағастарҙан Хаҡ тәғәлә исеме яҙылған Таллы тауы итәгендә йыйҙы, унда былау әҙерләп, мосолмандар байрамды дауам итте.
Яман ғәҙәттәрҙе ситкә ҡыҫырыҡлап, ауылдарға иман ҡайтыуы яҡты киләсәккә өмөт уята.
Ҡөрьән-хафиз Аятуллаһ Шашмаз саранан һуң да халыҡ менән ихлас аралашты.
Байрам былауы айырыуса тәмле.

Читайте нас: