ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
26 Июнь 2018, 12:44

Ҡыуанып имен таңдарға

Хәсәндәр туғанлыҡ тамырҙарын юллап ҡайтты

“Сәләм, класташ!”, “Иҫәнме, ҡорҙаш!”, “Хәйерле көн, яҡташтар!” –Ағиҙел яры иртәнән кискә тиклем шатлыҡлы тауыштарға күмелде - унда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте.
Хәсәндәр биш йылға бер тапҡыр илебеҙҙең төрлө төбәгендә йәшәгән яҡташтарын йыйып, ошондай ҙур күләмле сара ойоштороуҙы күркәм йолаға әйләндергән. Был йәһәттән улар Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенә, ауыл старостаһы Филүс Йәғәфәровҡа, клуб мөдире Гөлгөнә Йәғәфәроваға, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Гөлшат Мөхәмәтшинаға, ауыл үҙешмәкәрҙәренә рәхмәтле.
Хәсән ауылы ҙур түгел. Бөгөн 117 йортта 300-ҙән ашыу кеше йәшәй. Шуның 147-һе - ир-егет, 157-һе - ҡатын-ҡыҙ. Көрсөк, ҡытлыҡ тип, заман ауырлығына һылтанып ултырғандар юҡ бында, һәр кем йорт яңырта, ихатаһын төҙөкләндерә, күңеленә шөғөл табып, донъя көтөргә тырыша. Күпләп мал, ҡош-ҡорт тотоусылар йылдан-йыл арта. Яҡын-тирә ауылдар араһында төҙөклөгө, матурлығы һәм уңған халҡы менән айырылыуы һис тә шаштырыу түгел. Шуға ла күңелдәре көр хәсәндәрҙең. Был тойғо байрам барышында ла тантана итте. Сәхнәгә бүләк алырға, сығыш яһарға сыҡҡандарҙың һәр береһен көслө алҡыштарға күмеүҙәре лә - шуға асыҡ миҫал.
Иң беренсе, Нәжип хәҙрәт Ғибәҙуллин ошо ауылға нигеҙ һалған атай-олатайҙар, Бөйөк Ватан һуғышына оҙатылған 88 яугир рухына бағышлап, аят уҡыны, байрамға фатиха бирҙе. Артабан осрашыуға килгәндәрҙе биләмә хакимиәте башлығы Зөфәр Ғималетдинов, староста Филүс Йәғәфәров ҡотланы. Сығыштарынан һуң ауылдың йәмәғәт тормошонда, яҙғы баҫыу эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандарҙы, үҙ эшенә намыҫлы һәм яуаплы ҡарағандарҙы билдәләнеләр. Бүләктәр араһында “Көнгәк” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа ике квитанцияның булыуы беҙҙе бик һөйөндөрҙө. Ауылдың ғорурлығы булған, өлгө алырҙай шәхестәре ифрат күп. Яҙмышын кендек ҡаны тамған, бала саҡ эҙҙәрен һаҡлаған тыуған төйәгенә бәйләгән кешеләре менән хәсәндәр ғорурлана, һәр ваҡыт иҫтә тота.
Был көндә шулай уҡ бергә йәшәүҙәренең 65, 55, 50 йыллығын билдәләгән оҙон ғүмерле ғаиләләрҙе тәбрикләнеләр. Бына улар: Мәсүрә һәм Ишбулды Йәрмөхәмәтовтар, Зәйтүнә һәм Фәрит Әхмәтшиндар, Зифа һәм Фәтих Йәғәфәровтар. Улар - ауыл йәштәренә татыулығы, сабырлығы һәм һөйөү хистәрен оҙаҡ йылдарға еткереүе менән үрнәк.
Сәхнәнән дәһшәтле һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа илде емереклектән тергеҙеүгә, иҡтисадты күтәреүгә үҙ өлөшөн индергән Хәүәҙиә Хәлитова, Ғибәҙулла Рәмиев, Мәүлетбикә Ҡорбанғәлиева, Гөлниса (ситтә йәшәй), Ғәтифә, Мәғәфүрә Байназароваларға, Миңлехан Байназаровҡа оло йәштә лә ауыл ҡото булып йәшәгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Самира Ғибәҙуллина, Риана Ҡолмөхәмәтова, Алтынай Игбаевалар тораҡ пункттың иң йәш граждандары булараҡ билдәләнде. Мәктәп йәшендәгеләр һаны - 21. Улар Һарыш урта мәктәбендә белем ала. Йәш быуындың хәүефһеҙ һәм файҙалы ялын ойоштороу маҡсатында хәсәндәр “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” республика программаһында ҡатнашып, балалар майҙансығын булдырырға ниәтләй. Бында фельдшер-акушерлыҡ пункты ла һаҡланып ҡалған. Ғөмүмән, ауылдың өмөтлө киләсәген юраған күренештәр байтаҡ. Халыҡтың шулай уҡ мәсет төҙөү хаҡында хыялы ла шуны дәлилләй.
Байрам барышында Йәнтилиндар ғаиләһе үҙҙәренең ырыу ағасы менән таныштырып үтте. Шәжәрә, нәҫел-нәсәп менән ҡыҙыҡһыныу, өйрәнеү ҙә хәсәндәрҙең иртәгәһе көн тураһында уйланыуҙарын күрһәтә, сөнки тарихты онотмау тамырҙы ҡоротмау менән бер.
Сығыштар Хәсән һәм Аптраҡ ауылдарының “Гөлнәзирә”, “Аҫылташ” ансамблдәре, Гәүһәр Ҡорбанғәлиева, Гөлдәр Ҡунафина кеүек һәм башҡа үҙешмәкәрҙәрҙең концерт номеры менән үрелеп барҙы.
Сараның тантаналы өлөшө тағы биш йылдан ошо урында осрашырға һүҙ ҡуйышыу менән тамамланды.
Эйе, хәсәндәр был байрамды артабан да үткәреү кәрәк, тип иҫәпләй, сөнки уға әҙерлек барышында ауыл матурлана, дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәре нығына. Һәр кем тораҡ пункттың үткәне, бөгөнгөһө менән таныша.
Икенсе өлөшөндә спорт ярыштары, халыҡ уйындары, күңел асыу саралары ойошторолдо. Уларҙа ла берҙәмлек, татыулыҡ тантана итте. Кисен йәштәр өсөн дискотека булды. Байрам һәр кешенең күңелендә бала саҡ эҙҙәре, йәшлек менән осрашыу тураһында сағыу иҫтәлектәрен яңыртҡандыр һәм яҡты бер нур булып, хәтерҙәрендә ҡалғандыр, тип ышанғы килә.
Һүрәттәрҙә: Йәнтилиндар нәҫелендә бына ошондай һылыу ҡыҙҙар үҫеп килә.
“Гөлнәзирә” ансамбле һәр байрамдың уртаһында.
Байрамға халыҡ дәррәү йыйылды.
Автор фотолары.
Читайте нас: