ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
9 Июль 2018, 13:27

Сәм дә, ғәм дә етерлек уларҙа

Мәләүез йәштәре үҙҙәренең байрамын киң билдәләне. Ҡаланың үҙәк майҙаны геү килде был көндә.

Мәләүез йәштәре үҙҙәренең байрамын киң билдәләне
Ҡаланың үҙәк майҙаны геү килде был көндә. Күңел асырға, ял итергә яратҡандар өсөн район Хакимиәтенең йәштәр секторы һәм Йәштәр советы сағыу тамаша ойошторҙо. Йыр-бейеү ҙә, ҡотлауҙар ҙа, бүләкләүҙәр ҙә, уйындар ҙа күп булды.
Иң беренсе, йәш быуынды ҡала биләмәһе башлығы Фәнил Исҡужин тәбрикләне. Ҡотлау сығышында йәш быуынды хәстәрләү һәр ваҡыт дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе булыуын, республикала, шул иҫәптән районда йәштәр тулы тормош менән йәшәһен, иртәгәһе көнгә ышаныслы ҡараһын өсөн бөтәһе лә эшләнеүен билдәләне.
- Район йәштәре республика, бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Нәҡ уларҙың энергиялы, дәртле һәм ижади булыуынан беҙҙең берекмәләр, ойошмалар көслө, тотороҡло эшләүе менән айырыла. Яуланған уңыштарҙа туҡталып ҡалмай, артабан да иҡтисадта, фәндә, медицинала, ауыл хужалығында, спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүегеҙҙе теләйбеҙ, - тине Фәнил Кәбир улы.
Йәштәрҙең әүҙем социаль тормош менән йәшәүе бик мөһим, сөнки киләсәгебеҙ тап уларҙың белеменә, ойошҡанлығына, әүҙемлегенә һәм идеяларына бәйле. Шуға ла балалар һәм үҫмерҙәрҙе инициативалы, ижади ҡарашлы, ҡыйыу, илһөйәр, рухлы, әхлаҡлы итеп тәрбиәләүгә, уларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеү мөһим. Был тәңгәлдә район-ҡалала төрлө берекмәләр, ойошмалар ҙур эш алып барыуы билдәле. Байрам айҡанлы “Темп” үҙәге етәксеһе Роберт Шакиров Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Маҡтау грамотаһы, уның урынбаҫары Татьяна Мехликова һәм ошо уҡ ойошма тренеры Сергей Середкин Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Таһир Ғиззәтуллин да йәштәр менән маҡсатлы эш алып барғандарға Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Ғөмүмән, был көндә йәштәр секторы, ирекмәндәр ойошмалары, Йәштәр советы бик күптәрҙе бүләкләне.
Ҡотлауҙар йәш үҙешмәкәр артистарҙың, заманса бейеү коллективтарының күңелле сығыштары менән үрелеп барҙы. Йәштәр викториналарҙа, уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. Сауҙа рәттәре эшләне, кескәйҙәр өсөн дә саралар ойошторолғайны. Улар аттракциондарҙа күңел асты. Байрамдан һәр кем йылы тәьҫорат һәм дәрт-илһам алып ҡайтҡандыр, тип ышанғы килә.
Һүрәттә: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Таһир Ғиззәтуллин Дарья Шлычкованы бүләкләй.
Автор фотоһы.

Читайте нас: