ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
31 Июль 2018, 14:29

Төштәремдә йөҙәм әле лә...

Иҫләйһегеҙме, бынан бер-нисә йыл элек һалдаттарҙың әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтып төшөүе үҙе бер оло ваҡиға була торғайны.

Бар ерҙә лә ихтирам менән ҡарарҙар ине, транспортта иң тәүҙә билетты уларға бирерҙәр ине. Тап ике йыл күрешмәйенсә, хаттар алышып ҡына, ауырлыҡтарҙа еңеп үҙ бурыстарын үтәп ҡайта торғайны егеттәр. Ә кейемдәре? Һоҡланмаҫлыҡ та түгел ине шул һалдаттарға ҡарап!
Моряктар тураһында инде әйтеп тораһы ла юҡ. Һайлап ҡына алынған был хәрби частҡа иң иңдәре генә эләгәләр ҙә өс йыл дауамында хеҙмәттә була ине. Әлеге кеүек кеҫә телефоны булмағас, һалдаттарҙың ҡайҙа йөрөгәндәрен, нимәләр кмсергәнен дә ҡайһы саҡ белмәйһең... Шулай булһа ла егеттәр шул замандағы әрмене һағынып иҫкә ала.
Исламғолда тыуып үҫкән Зөфәр Мәҡсүтов та тиҫтерҙәре кеүек Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итергә хыяллана һәм уның хыялы тормошҡа аша. Арыҫлан урта мәктәпте тамамлаған егет колхозда эшләй башлай, 1977 йылда хеҙмәткә алына. Хәрби комиссариатта уҡ уны алыҫ Владивостокка ебәрәреүҙәре тураһында әйтәләр. Мәләүездән өс кенә егеткә «тәтей» был бәхет, ә Өфөнән иһә ике самолетта 100-ҙән ашыу егет оса улар менән бергә.
Өс йыл күп тиһәләр ҙә - тиҙ генә үтеп тә киткән. Камчаткала хеҙмәт иткән осорҙа күп нәмәгә өйрәнә Зөфәр. Бер-береңә терәк, ярҙамсыл, бойороҡто, йөкмәтелгән бурысты ваҡытында башҡара белеү, ҡыйынлыҡтарҙы еңергә, сабырлыҡҡа өйрәнеү - быларҙың барыһы ла артабанғы тормошта уға бик кәрәгә. Тап хеҙмәт иткәндә дуҫтар һынала. Океанда айҙар буйына меңләгән миль үтә, ә кораблдә, һыу аҫты кәмәһендә ниндәй генә хәлдәр килеп тыумай.
Старшина Зөфәр Мәҡсүтовты әрмелә ҡалырға өгөтләһәләр ҙә, ашҡынып ҡайта тыуған яғына. Сөнки ата-әсәһенән, туғандарынан башҡа һөйгәне Минзәләһе лә көтә егетте. Теүәл ике йыл үткәс йәштәр сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Ғаилә башлыҡы колхозда шофер булып, ҡатыны - бухгалтер булып эшләйҙәр. Смаҡ ауылында йорт һалып инәләр, бында уларҙың ҡыҙҙары тыуа. Хәҙер инде олатай, өләсәй тип өҙөлөп торған балаларының балалары бар.
Зөфәр ағай һалдат кейемен әле һаман ҡәҙерләп һаҡлай. Йәш егеттәрҙең барыһы ла әрме хеҙмәтен үтһен ине, тип теләй Хәрби диңгеҙ флоты ветераны. Илебеҙҙең һаҡсылары тап ошонда тәрбиәләнә лә инде.

Читайте нас: