ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
2 Август 2018, 11:56

Балаларға ҙур бүләк

Республикала мөһим социаль объекттар, тораҡ, юлдар төҙөкләндереү, ауыл хужалығы объекттарын сафҡа индереү, капиталь ремонт һәм реконструкцияларҙы күҙ уңын да тотҡан төрлө программалар уңышлы эшләп килә.

Тап шуларға ярашлы башҡарылған аныҡ эштәр арҡаһында тормошобоҙ йәм ләнә, йәшәү шарттары яҡшыра.

Уҙған йома Воскресенск ауылында балалар өсөн спорт һәм уйын майҙансығы асылды. Был объект Рәсәй ҡалаларында мөхит сифатын тыуҙырыу һәм яҡ

шыртыу маҡсатында эшләп кил гән «Уңайлы ҡала мөхите» проекты сиктәрендә сафҡа инде. Ҡаланыҡынан кәм булмаған заманса майҙансыҡты асыу тан

танаһында мәртәбәле ҡунаҡтар - район Хакимиәте башлығы Р. Шәмсетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Т. Ғизәтуллин, район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г. Шлычков, муниципаль район Советы рәйесе А. Суботин ҡатнашты. Рөстәм Наил улы ауыл халҡының шатлығын у р та ҡ л а ш ы п , с ә л ә м ә т л е к , имен тормош теләгәндән һуң, проект сиктәрендә башҡарылған һәм башҡарыласаҡ байтаҡ эштәр тураһында һөйләп үтте. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Т. Ғизәтуллин, урындағы биләмә башлығы С. Кувайцев, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы контроль ко миссияһы рәйесе Б. Биков та тәбрикләү һүҙ ҙәре менән сығыш яһаны. Булат Барый улы, киләсәктә был ауыл иғтибар үҙәгенә әйләнеп, 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә Донъя Фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡаршы алыу мөмкинлегенә эйә булырлыҡ, тип белдерҙе. Ауыл ере булһынмы, ҡалаламы, балалар өсөн майҙансыҡ берҙәй кәрәк. Заман талаптарына тулыһынса яуап биргән объектты төҙөүгә бер миллион һум аҡса бүленгән. Урындағы халыҡ спорт һәм уйын майҙансығының бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп бөтөүе хаҡында һөйләй. Ысынлап та, бер ай эсендә ҡалҡып сыҡҡан был күркәм уйын урынын халыҡ үҙе билдәләгән булған. Быға тиклем урамдарҙа, юл буйҙарында уйнап йөрөгән балалары өсөн хәүефләнеп торған ололар өсөн дә бик ҙур бүләк булды был. Урындағы биләмә башлығы С. Кувайцев ауыл халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлағандан һуң, булғандың ҡәҙерен белеп,боҙмай-емермәй генә файҙаланырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауыл кешеләре һәм килгән ҡунаҡтар менән аралашҡанда, уларҙың һәр ҡайһыһы тәү сиратта халыҡтың һәм үҫеп килеүсе йәш быуындың мәнфәғәттәрен беренсе урынға ҡуйып, ошондай шәп бүләк эшләгән етәкселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты. Сағыу төҫлө бәүелсәктәре, шыма тауҙары, спорт тренажерҙары менән әллә ҡайҙан балҡып ултырған был майҙансыҡ кескәйҙәрҙең генә түгел, атаәсәләрҙең дә яратҡан урынына әйләнеренә шик юҡ. Бары тик булдырылған матурлыҡты ҡәҙерләп, һаҡлап тотонорға кәрәклекте онотмаһаҡ ине.



Читайте нас: