Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Август 2018, 13:39

Һаулыҡ нигеҙе спортта

Мәләүездәр физкультурниктар көнөн киң билдәләне

Спорт һарайы иртәнән кискә тиклем гөр килде, сөнки район-ҡалала бик күптәр был датаны үҙенең һөнәри байрамы тип иҫәпләй.

Сараны асыу тантанаһында район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов билдәләүенсә, төбәк халҡының өстән бер өлөшө ярыштарҙа, турнирҙарҙа даими ҡатнаша. Күптәр өсөн физкультура һәм спорт йәшәү рәүешенә әүерелгән. Шуға күрә районда сәләмәт тормош алып барыусыларға тейешле шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүленә. Был хаҡта спорт комитеты рәйесе Ринат Басиров та үҙенең ҡотлау сығышында һыҙыҡ өҫтөнә алды. Физкультурниктар һәм спортсылар өсөн йәйге каникул юҡ. Улар йыл әйләнәһенә яратҡан шөғөлдәре менән мәшғүл. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа, чемпионаттарҙа, беренселектәрҙә ҡатнашып, райондың еңеүҙәр тупланмаһын тулыландыра барҙы. Быйыл йәй елкән һәм ат спорттары буйынса уңыштар ҡыуандырҙы.
Ҡотлау һүҙҙәренән һуң төбәктең физик культура өлкәһендә фиҙаҡәрлек күрһәткән бер төркөм спортсылар, тренерҙар бүләкләнде. “Темп” балалар үҙәгендә, Спорт һарайында шөғөлләнгән үҫмерҙәр һәм йәштәр күрһәтмә сығыш яһаны, артабан спорттың 12 төрө буйынса турнирҙар ойошторолдо. Йәш футболсылар Спорт һарайы биләмәһендә төҙөкләндерелгән мини яланда ярышты. Шулай уҡ унда пляж волейболын, стритбол яратҡандар өсөн булдырылған майҙансыҡтарҙа турнирҙар үткәрелде. Бынан тыш, стритбол, шахмат һәм шашка, йөҙөү, гер спорты, өҫтәл теннисы, дзю-до буйынса дуҫтарса осрашыуҙар үтте. Гагарин исемендәге паркта велосипедсылар уҙышты. Был көндә шулай уҡ “Толпар” ат спорты комплексында турнир уҙғарылды.
Физик культура һәм туризмдың наркомания, тәмәке тартыу, эскелек һәм башҡа социаль күренештәрҙе иҫкәртеү сараһы икәнлеген һәр кем яҡшы белә. Шуға күрә йәш быуынды ни тиклем күберәк сәләмәт тормошҡа йәлеп итһәк, шул хәтлем киләсәгебеҙ һау һәм ышаныслы булыр.
Һүрәттә: Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов Юлмөхәмәтов Батырҙы һөнәри байрам айҡанлы бүләкләне.
Автор фотоһы.
Читайте нас: