ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Август 2018, 13:04

“Мәләүездә етештерелгән” билдәһе менән

Донъя иҡтисадының тотороҡһоҙлоҡ осоронда ла төҙөлөш индустрияһын күтәреү, яңы етештереү ҡеүәтен сафҡа индереү, ҡала һәм ауылдарҙа социаль объекттар, юл, күпер, торлаҡ йорттар төҙөү дауам итә.

Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә ҡеүәтле һәм абруйлы төҙөлөш ойошмаһы “Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалары” йәмғиәте үҙен ышаныслы партнер, конкуренцияға һәләтле һәм көслө ойошма итеп танытты.

Конкуренттар араһында йәмғиәт - тимер-бетон ҡоролма һәм бетон етештереү буйынса алдынғы урындарҙа.
Йыл башынан төрлө төбәктәргә 65696 кубометр тауар оҙатылған, был уҙған йыл күрһәткесе менән сағыштырғанда байтаҡҡа артыҡ. Шулай уҡ 3003 кубометр бетон иҙелмәһе етештерелгән. Төп ҡулланыусылар исемлегендә - “Роснефть”, “Славнефть-Красноярскнефтегаз”, “Газпромнефть-Снабжение”, “Техноинвест”, “Велесстрой” компаниялары. Бында төҙөлөштә киң ҡулланылған торба, автоблок, анкер һәм фундамент өсөн стойкалар ҙа әҙерләнә. Продукцияның сифаты сеймалға бәйле, шунлыҡтан уны етештереү технологияһы һәр ваҡыт контролдә. Беҙҙең продукцияға һорау ҙур, шунлыҡтан алдан заявкалар буйынса эшләйбеҙ. “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте өсөн сифатлы материал, һалҡын Арктикаға аэродром төҙөү, майҙансыҡтарға плиталар тап беҙҙә етештерелә. Йыл да ошондай иҡтисади конкурентлыҡ шарттарында беҙҙең предриятиеның тендерҙы еңеп сығыуы, продукцияға өҫтөнлөк биреүҙәре, әлбиттә, тимер-бетон ҡоролмалары етештереүҙә заманса технологиялар ҡулланыуға бәйле, йәмғиәт Рәсәй, Европа стандарттарына тулыһынса яуап бирә. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар тупланған бай тәжрибәгә таяныу ҙа эҙһеҙ үтмәй.
Бөгөн заводта көслө, һөнәри яҡтан оҫталыҡ туплаған 835 хеҙмәткәр эшләй, әйтергә кәрәк, уртаса хеҙмәт стажы ике тиҫтә йылдан аша.
Эш графикка ярашлы алып барыла, планды ваҡытында тапшырыу бурысы - көндәлек талап. Эшселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Улар махсус кейем менән тәьмин ителгән, туҡланыу талондары ҡаралған. Отпускыға сығыусыларға өҫтәмә ял көндәре иҫәпләнә. Балаларға ташламалы хаҡ менән лагерға юлламалар бирелә.
Йәмғиәт сиратағы һөнәри байрамын юғары күрһәткестәр менән ҡаршылай. Эшселәрҙең һәр береһе үҙ урынында хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Шундайҙарҙың береһе - Тәфкил Иҙелбаев. Уның хеҙмәт стажы - 36 йыл. Бригадир һәм эшсе булараҡ ул үҙен тыныс, тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәткән. Тормош иптәше, Алмас улы, Ринат кейәүе тап ошонда ғаилә династияһын дауам итә.
Йәштәр ҙә бында карьера үҫеше юлын һайлай. Эдуард Ғәлиәхмәтовты тик ыңғай яҡтан баһаланылар. Махсус белем алғас, хеҙмәт юлын ошонда башлай һәм бөгөнгә тиклем кран машинисы булараҡ дауам итә. Белемен даими камиллаштырған егет,”Башбетон” компанияһы ойошторған һөнәри конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булған, спорт менән шөғөләнә.
Сираттағы байрамын “Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалары” йәмғиәте юғары хеҙмәт күрһәткестәре һәм шәп кәйеф менән ҡаршылай. “Мәләүездә етештерелгән” билдәһе менән етештерелгән продукция бөгөн сираттағы ҡитғаларҙы яулай.
ҺҮРӘТТӘ: крансы Эдуард Ғәлиәхмәтов;
Бригадир Тәфкил Иҙелбаев.
Автор фотолары.
Читайте нас: