ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Август 2018, 12:41

Матурлыҡ тыуҙырыусылар тантанаһы

Ҡалабыҙ урамдарын гөл-сәскәгә күмеүселәрҙе бүләкләү, йәғни Сәскә байрамын үткәреү матур йолаға әүерелгән.

Был көндә “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркында сәскәләр һәм тырыш хеҙмәт кешеләре тантана итә. Сәнәғәт, эшкәртеүсе, торлаҡ-хужалыҡ предприятиелары, ойошмалар, социаль учреждениелар үҙҙәре үҫтергән гөлдәрҙән күргәҙмә әҙерләй. Кескәйҙәр асфальтта һүрәт төшөрөү буйынса ярыша. Төбәктең иң яҡшы үҙешмәкәр артистары, коллективтары ҡатнашлығында концерт үткәрелә. Быйыл да күркәм традицияға тоғро ҡалдылар.

Байрамға килгәндәрҙе ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнил Исҡужин тәбрикләп, үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәтен иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә сәскә үҫтереүгә арнағандарға рәхмәт белдерҙе. Ҡотлау сығышынан һуң үҙ биләмәһен йәшелләндереүгә һәм төҙөкләндереүгә етди иғтибар бүлгән ойошмаларҙы бүләкләне. Ҡала предприятиелары араһында беренсе урынды Һөт-консерва комбинаты яуланы. Шулай уҡ Шәкәр, Тимер-бетон ҡоролмалары заводтары, Эко-сервис һәм элеватор маҡтаулы урындарға сыҡты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларынан “Дорремстрой” йәмғиәте беренсе урынға лайыҡ булды. “Водоканал”, “2-се торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау участкаһы”, “Торлаҡ хужалығы”, “Йылылыҡ селтәрҙәре” икенсе, өсөнсө урындарҙы алды. Социаль өлкә учреждениелары ла йыл һайын үҙ биләмәһен йәшелләндереүгә етди ҡарай. Һөҙөмтәлә беренсе урынды мәҙәниәт һарайы коллективы яуланы. Бынан тыш, Рәсәй Пенсия фонды идаралығы, “Дан” паркы, “Уралсиб” һәм үҙәк район дауаханаһы Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Сауҙа предприятиеларынан маҡтаулы урындарҙы үҙәк баҙар, “Алладин” магазины, 19-сы дәүләт дарыуханаһы, “Калинка” кафеһы алды.
Белем биреү учреждениелары йыл һайын Сәскә байрамының үҙәгендә, сөнки уларҙың уртаҡлашыр тәжрибәһе лә, күрһәтер уңыштары ла байтаҡ. Быйыл да күргәҙмәнең яртыһынан күберәген мәғариф ойошмалары тәшкил итеүе бер кемгә лә яңылыҡ түгел. Шулай итеп, беренсе урынды 19-сы “Сулпан” балалар баҡсаһы, 3-сө, 9-сы гимназиялар бүлеште. 3-сө, 17-се, 21-се балалар баҡсалары, 4-се һәм 7-се мәктәптәр ҙә яңы уҡыу йылына яҡшы әҙерләнеүе менән айырылды.
Бөгөн сәскәләр парктарҙа, скверҙарҙа, урамдарҙа ғына күҙҙең яуын алмай. Шәхси секторҙа, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә үҙ биләмәһен матурлауға, йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бүлә. Сәскә байрамында уларҙы ла билдәләп үттеләр. Шәхси торлаҡтар буйынса Татьяна Лемехова (Ленин урамы, 95), ә күп фатирлы йорттарҙан Миңлегөл Тимербулатова һәм Татьяна Хлопотова (Маяковский урамы, 23) беренсе урын алды. Байрамда шулай уҡ асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсында урын алған кескәйҙәр бүләкләнде.
Һүрәттә: Һөт-консерва комбинаты йыл һайын алдынғылар рәтендә билдәләнә.
Автор фотоһы.
Читайте нас: