ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
14 Август 2018, 12:59

Рәсәй көнөндә тағы бер парклы булабыҙ

Гагарин исемендәге паркта йәшелләндереү эштәре тулы көсөнә дауам итә. Бөтәһе 10 гектарҙы биләгән паркта сираттағы өмәлә “Йылылыҡ селтәрҙәре”, “Водоканал”, УКЖХ, “Йәшел хужалыҡ”, “Дорремстрой” йәмғиәттәре ҡатнашты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре тупраҡ таратты, сәскәләргә клумба эшләне, өҫтәлмә яҡтыртыу лампалары урынлаштырҙы, транспорт ҡуйыу урыны төҙөнө . 12 июндә, Рәсәй көнөндә, паркты рәсми асыу тантанаһы уҙғарыу планлаштырыла. Был көндә байрам саралары тап ошонда уҙасаҡ. Сығыш яһаусыларға сәхнә ҡуйыла, бейеү майҙансығы эшләнә.
Бер нисә йыл сүп-сар менән ҡапланған биләмә бөгөн ҙур үҙгәреш кисерҙе, заманса балалар уйын спорт майҙансығы, еңел атлетика, һикереү, велосипедта йөрөү юлдары эшләнгән. Ошо көндәрҙә йәшелләндереү буйынса контрактта еңгән “ПСК” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре сәскәләр ултыртасаҡ.
Паркта бөтә эш заманса дизайнға тура килтереп башҡарыла.
Һүрәттә: Гагарин паркының дизайн проекты;
өмәлә ҡатнашыусылар дәррәү эшләне.
Автор фотолары.
Читайте нас: