Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
16 Август 2018, 13:44

Ял һәм мәҙәни саралар урыны киңәйә

Быйыл 39 ихата һәм “Дан” ял һәм мәҙәни паркы ремонтланып, бөтөнләй икенсе төҫ аласаҡ. Һуңғыһында эш киң йәйелдерелгән.
Йәмәғәт биләмәһендә был тармаҡта байтаҡ тәжрибә туплаған эшҡыуар “Пилтоян” фирмаһы шөғөлләнә. Дизайн планына ярашлы, Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы бинаһының балалар һабантуйы уҙған майҙанда футбол баҫыуы, 100 метр оҙонлоҡта еңел атлетика менән шөғөлләнеү юлы, ролик, скейтта шыуыу майҙансыҡтары төҙөү күҙаллана. Быларға өҫтәп, парк тирәләй заманса яҡтыртыу лампалары урынлаштырыласаҡ. Эш көҙҙөң беренсе айы урталарына тамамланырға тейеш.
Айра САЛАУАТОВА.
ҺҮРӘТТӘ: “Гарант плюс” бригадаһы ташсылары эш мәлендә.
Читайте нас: