Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
20 Август 2018, 14:08

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

Сараның матур исеме үк кешеләрҙе үҙенә саҡырып тора. Ысынлап та, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, күптәребеҙ ситтә йәшәйбеҙ. Йәмле бала саҡты, тыуған төйәкте, атай нигеҙен, дуҫтарҙы, ауылдаштарҙы һағынып, уй-хистәрҙә генә алыҫ хәтирәләргә әйләнеп ҡайтырға тура килә шул.

Ә Һыртлан ауылына килгәндә үткән быуаттың 90-сы йылдарында һыуһаҡлағыс төҙөлә башлағас, күп ғаиләләр ғәзиз ерҙәрен ташлап, күсенеп китергә мәжбүр була. Шулай ҙа халыҡ тырышып, төрлө тупһаларҙы тапап, ил етәкселегенә хаттар яҙып, үҙ ерҙәрен һаҡлап ҡала алды. Һыртлан ауылына күтәрелеүе ауыр булһа ла, тормош яйлап ыңғай яҡҡа үҙгәрә барҙы. Ауылдаштар заманса йәшәргә тырышып, йәшәгән ерҙәрен матурлай, бер-бер артлы яңы йорттар барлыҡҡа килә. Мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто күпләп үҫтерә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Техникаға ҡытлыҡ юҡ. Бөгөн бында башланғыс мәктәп эшләй. Уның ябылмауы ла йәштәрҙең ауылда ҡалыуына, балаларҙың булыуына бәйле. Киләсәктә лә бында белем усағы һүнмәҫенә ышанғы килә. Ауыл клубына ремонт талап ителә ине, халыҡ аҡса йыйып, мәсьәләне бәргәләп хәл итте. Яңыртылған мәҙәни усаҡ ошо көндәрҙә ишеген асты ла инде. Ике сауҙа нөктәһе эшләй. Ауылда әлегә фельдшер юҡлығы ғына күңелде ҡыра, сөнки бында оло быуын кешеләре лә, йәш балалы әсәләр ҙә байтаҡ, ә уларға медицина ярҙамы һәр ваҡыт кәрәк.
Быйыл Һыртлан ауылы урындағы башланғыстарҙы хуплау республика программаһында ҡатнаша. Халыҡтан, бағымсыларҙан йыйылған аҡса, республика бюджетынан бүленгән сығым тирә-яҡҡа дан ҡаҙанған Әүлиә шишмәһен ремонтлауға тотоноласаҡ. Оҙаҡламай ул танымаҫлыҡ булып үҙгәреүенә һәм үҙенә тағы ла күберәк кешеләрҙе йәлеп итеренә шик юҡ.
Байрамға килгәндә ауылда йәшәүселәр, ситтән килгән ҡунаҡтар тап ошо изге урында йыйылды ла инде. Иштуған ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәйрүзә Буранғолова, райондың Ағинәйҙәр ҡоро, Иштуған, Һыртлан мәҙәни йорттары етәкселәре Асия Латипова, Урал Мөхәмәтшин, Миңлегөл Буранғолова, староста Нурислам Нурасов, Советтар Союзы геройы Садиҡ Сайрановтың ейәне Иршат Собханғолов үткәрелгән сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Күренекле шағирә, «Мәләүез таңдары» әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәеваның да бала сағы бында үткән. Уның атаһы менән әсәһе Тимерхан ағай менән Миңлегөл апай Һыртлан мәктәбендә уҡытҡан. Мәрйәм Тимерхан ҡыҙының бала-сағы уның «Аҫылташ» тип аталған поэмаһында асыҡ сағыла. Шағирәнең әҫәре китап булып сыҡты. Уның таш бәреп, «Ҡоймаҡ ашатыу», ҡомдан һарайҙар яһау, «Аҡ тирәк, күк тирәк» һәм башҡа уйындар «Аҫылташ» китабында асыҡ һүрәтләнгән. Айтуған ауылында йәшәгән Һылыубикә Абдрахманова, Смаҡтан килгән Рәмзилә Иманғолова ла йәшлек саҡтарын һағынып иҫкә алды.
Йыйылыусылар ата-бабалар, туғандары рухтарына хәйер һалды. Аҡса изге шишмәне ремонтлауға ҡушыласаҡ. Рәшит хәҙрәт Мәхмүтов доға ҡылғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар ялан яғына йүнәлде. Ашнаҡсылар - Һыртлан ауылы ҡыҙҙары Гүзәл Аллаярова, Венера Сырлыбаева, Миләүшә Смирновалар - ҡаҙан тулы ит, аш бешереп, самауыр сәй ҡайнатып ҡуйғандар ине. Әйткәндәй, байрамға Флүр Ҡамбулатовтың ғаиләһе бер һарыҡ бүлде.
Һөйләшеү, иҫтәлектәр менән бүлешеү тәбиғәт ҡосағында дауам итте. Оло быуын вәкиле Миңнур ағай Аллаяров йәштәргә кәңәштәрен әйтте, матур сараны ойоштороп, ауыл халҡын берләштереүселәргә рәхмәтен белдерҙе. Бергәләшеп элекке йырҙар йырлауы ла үҙенсәлекле булды, күңелдәргә наҙ, моң өҫтәне. Нурислам Нурасов гармун уйнап ҡыуандырҙы, ә Рәзиф Салауатов ауылдаштарына йырҙар бүләк итте.
Алыҫтан килгән ҡунаҡтар ҙа, ауылдыҡылар ҙа байрамда ихлас ҡатнашты. Уйындарҙа, төрлө ярыштарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа әүҙемлектәрен күрһәтте, бүләктәр алып ҡыуанды.
Ялан шау-гөр килеп торҙо. «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» тип аталған сара оҙаҡ хәтерҙә ҡалыр, киләсәктә һыртландарҙы тыуған яҡтарына тартып, әйҙәп торор. Һыртлан ауыл клубы етәксеһе Миңлегөл Буранғолова билдәләүенсә, халыҡҡа оҡшаған, бергә йыйған был сара киләһе йылда тағы ла күркәмерәк, байыраҡ программа менән үткәреләсәк.
Автор фотолары.

Изге шишмә Әүлиә янында иҫтәлеккә төшкән фото.

Ашнаҡсылар Гүзәл Аллаярова менән Венера Сырлыбаева килгән ҡунаҡтарҙы тәмле аш, сәй менән һыйланы.

Уйындар бик күңелле булды.

Рәзиф Салауатов йырлай.

Күренекле шағирә Мәрйәм Күсмәева хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Һылыубикә Абдрахманова тыуған яҡтарына һағынып ҡайта.

Читайте нас: