ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
11 Сентябрь 2018, 11:45

Әбейҙәр сыуағында эш етерлек

Юлдар тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Нәҡ уларҙың төҙөклөгө райондың социаль торошон билдәләй ҙә инде. Был йәһәттән Мәләүездең Сурен Пилтоян етәкселегендәге “Гарант+” йәмғиәте ҙур эштәр башҡара.

Яңыраҡ ҡына улар Смоленск урамындағы 180-190-сы йорттар ихатаһын төҙөкләндереү эштәрен башҡарып сыҡһа, бөгөн иһә Салауат урамына асфальт түшәй. “Бында йәшәгәнебеҙгә 20 йыл, шул арауыҡтан ихатала юлдарҙың яңыртылғаны юҡ ине”, - тип ҡыуана юлсыларҙың эшен ситтән күҙәтеүсе пенсионерҙар. Бригада егеттәре һәр ваҡыттағыса үҙ эштәренә яуаплы ҡарай. Был аҙнала Һамар-Ивановка ауылында юлды, унан һуң Беренсе Май урамындағы 18, 20-се йорттар ихатаһында юл түшәлгән. “Дан” паркында ла эштәрен туҡтатмағандар: эскәмйәләр ҡуйылған, һаулыҡтары сикләнгәндәр өсөн спорт тренажерҙары урынлаштырырға планлаштырылған. Иртәрәк килгән “әбей сыуағы”ның һәр иҫәпле көнөн файҙаланып ҡалырға тырыша “Гарант+” эшселәре.
Йорт алды майҙандарын тәртипкә килтереү дауам итә.
Автор фотоһы.

Читайте нас: