ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
10 Октябрь 2018, 11:50

Яңылыҡтар

Тормош сифаты мәшғүллеккә бәйле
Көньяҡ район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге филиалы директоры Иван Артемьев сентябрь аҙағына эшһеҙлек буйынса 496 кеше иҫәптә тороуын билдәләне. Шуның 311-е - ҡатын-ҡыҙ. 11-е - сығарылыш уҡыусылары, шул иҫәптән 2-һе - юғары, 9-ы - урта һөнәри белемле.
Йыл башынан бөтәһе 723 кеше эшһеҙ тип танылған. 1 ғинуарҙан 631 кеше иҫәптән сыҡҡан, шуның 252-һе эшкә урынлаштырылған, 45-е пенсияға сыҡҡан.
Эш эҙләгәндәр араһында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә бар, бөтәһе 19 кеше. Шуның береһе - II, ун һигеҙе III инвалидлыҡ төркөмөндә.

Яҡшы ял эшкә дәрт өҫтәй
Мәләүездәрҙең ялын файҙалы үткәреүгә “Ғаилә” көньяҡ район-ара үҙәге бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ҙур тырышлыҡ һала.
Ҡаланың үҙәк китапханаһында үткән сираттағы “Ғаилә ялы” нисек яҡшы атай-әсәй булыу темаһына арналды. Балаға күркәм тәрбиә биреү, сәләмәт итеп үҫтереү йәһәтенән ата-әсәләргә ҙур бурыс йөкмәтелгәнен сараға килгәндәрҙең бөтәһе лә яҡшы белә ине. Уның тап шулай икәнлеген тренингылар, конкурстар иҫбат итте. Кескәйҙәр өсөн дә уйындар ойошторолдо.

Сочиҙа - Мәләүез һөтө
Яңыраҡ Сочи ҡалаһында Евразия иҡтисади союзының форумы уҙҙы. Халыҡ-ара бизнес-форумда һөт етештереү һәм эшкәртеүгә бәйле конкурста Мәләүез һөт-консерва комбинаты киптерелгән һөт өсөн Гран-при, “Филадельфия” исемле эремсекле сыр өсөн лауреат исеменә лайыҡ булды.


Иң яҡшы инспектор - беҙҙә!


Мәләүез районы буйынса Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы секторы мөдире Динис Иҫәкәев республика конкурсының II этабында, иң күп балл йыйып, “2018 йылдың иң яҡшы дәүләт инженер-инспекторы” исеменә лайыҡ булды.
Июль айында уҙған беренсе этапта еңеүселәр теория һәм практик белемгә һынау тотто. Унда Татарстан Республикаһы, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Силәбе өлкәләренән иң көслө инспекторҙар ҡатнашты.
Жюри ағзалары Динис Сәлих улының яуабы бөтә талаптарға тулыһынса яуап биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Читайте нас: