ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Район яңылыҡтары
12 Октябрь 2018, 14:03

Район-ҡала яңылыҡтары

Әҙерлек этабы алдынан
Ил Хөкүмәте 2020 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса ҡарар ҡабул итте. Ошо маҡсатта, 4 октябрҙән 31-нә тиклем халыҡ иҫәбе алыуҙың һынау өлөшө уҙа. Ул ике этапта ойошторола. Беренсеһе Рәсәй буйынса, икенсеһе илдең туғыҙ төбәгендәге 10 районда үтәсәк. Башҡортостан был исемлеккә инмәгән. 2010 йылда уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа 141 миллион кеше ҡатнашҡан ине.
Кампанияның төп үҙенсәлеге - заманса технологияларға нигеҙләнгән яңы алымдар ҡулланыу. Октябрҙәгеһе 2020 йылда үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы өсөн мәғлүмәт йыйыу һәм эшкәртеү системаһы булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ул киләсәктә дөйөм Рәсәй берҙәм мәғлүмәт киңлеген тулыландырасаҡ. Халыҡ иҫәбен алыуҙың һынау өлөшөндә 560 мең кеше ҡатнаша.

“Йылдар аша һеҙгә өндәшәбеҙ”
Дәүләтҡол ауыл клубында төрлө саралар күп ойошторола, сираттағыһы “Йылдар аша һеҙгә өндәшәбеҙ” тип аталды. Байрамға ауылдың оло йәштәге вәкилдәрен саҡырҙыҡ. Тантананың маҡсаты- оло быуындың тормош тәжрибәһен йәштәргә тапшырыу, үткәндәргә байҡау яһау. “Бер олоно, бер кесене тыңла” ти, халыҡ мәҡәле. Күбеһе колхозлашыу осорон кисергән һуғыш балалары хәтирәләре менән уртаҡлашты, ауыл тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе хөрмәтләп телгә алды, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫтәренә төшөрҙө.
Корнеевка ауыл биләмәһе эштәр идарасыһы Елена Журавлева, Дәүләтҡол һәм Сухаревка ауылдары старосталары йыйылыусыларға именлек, һаулыҡ теләне. Көҙгө матурлыҡҡа өҫтәп “Миләш” фольклор ансамбле “Балан”, “Балтырған”, шулай уҡ Вадим Шафиев, Әлфиә Вахитова башҡарыуында музыкаль бүләк йыйылыусыларға байрам кәйефе бүләк итте.
Хәҙисә Низамова, Дәүләтҡол ауыл клубы мөдире.


Ауыл тураһында ҡыҫҡаса белешмә
Шәрип Арыҫлан ауыл биләмәһенә ҡарай. Унда бөгөн 74 йортта 270-кә яҡын кеше теркәлгән. Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб эшләй. Мәктәпкәсә йәштәге 17 бала балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Рәил Кәшәфетдинов, Хәлит Иҫәньюловтарҙың фермер хужалыҡтары, эшҡыуар Самат Мәҡсүтовтың һөтсөлөк фермаһы бар. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетеп, донъя көткәндәр ҙә, сит тарафтарҙа аҡса эшләгәндәр ҙә күп.

Йәш уйлап сығарыусылар форумы
“Йәш техниктар станцияһы” тәрбиәләнеүселәре Никита Цыпаев һәм Антон Холкиндың бергәләп эшләгән автоматик ҡоролмаһы “Киләсәккә ҡараш” бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты. Үҫмерҙәр икеһе лә - 3-сө гимназия уҡыусыһы. Сара республиканан 300-ҙән ашыу кешене йыйҙы. Йәш уйлап сығарыусылар был майҙансыҡта инвесторҙар менән осрашты. Унда шулай уҡ киләсәк баҙары, яңы технологиялар тураһында фекер алышыу ойошторолдо.
Жанна ҒӘЙЕТҠОЛОВА,
мәғариф идаралығы әйҙәүсе инспекторы.

Һәләтле спортсылар асыҡланды
“Дебют” клубында XI йәштәр һәм X үҫмерҙәр ауыл спартакиадаһы иҫәбенә шашка буйынса ярыш үтте. Унда йәштәр командалары араһында - Корнеевка, Воскресенский, Партизан ауыл биләмәләре командалары, үҫмерҙәрҙән Нордовка, Ергән һәм Воскресенский спортсылары призлы урын яуланы. Шәхси иҫәптә Әнүәр Усманов, Маргарита Кузнецова (Корнеевка), Андрей Якубо (Нордовка), Ләйсән Ишбирҙина (Аптраҡ) еңеүсе булды.
Борис ПАВЛОВ, ярыштың баш судьяһы.

Илһамланып ҡайттылар
Ҡала мәҙәниәт һарайы “Йәйғор” өлгөлө ансамбле (етәксеһе Л. Йәмилева) Стәрлетамаҡта үткән “Илһам” бейеү турнирында уңышлы сығыш яһаны.
Үҙ төркөмөндә Анастасия Сорокина һәм Кирилл Петров, Веста Горбунова һәм Иван Пашпекин беренсе урынға лайыҡ булды. Ульяна Шабышева һәм Дени Әхмәев өсөнсө урынды яуланы. “Соло” номинацияһында Арина Глазова һәм Зарина Ғәлимова, Асҡар Шакиров финалда бейене.
Әнисә ҠОЛМӨХӘМӘТОВА.

Һәр йортҡа – зәңгәр яғыулыҡ
Корнеевкала күп ҡатлы йорттарға зәңгәр яғыулыҡ индерелә.116 фатир газ менән йылытыла башлаясаҡ. Газ үткәреү эштәре октябрь аҙағында тамамланыр, тип көтөлә.


Читайте нас: